Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Март 2021, 10:05

ЗАМАН ГЕРОЙЫ

Казарма емерелгәндә аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиев яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тормошто ярата белеүе, йәшәүгә ынтылыш, ихтыяр, рух көсөн кәүҙәләндергән яҡташыбыҙ өлгөһө күптәрҙе илһамландыра. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнһә лә, уның тормошо күп яҡлы, аралашыу даирәһе киң.

Спортсы һәм блогер тураһында документаль фильм төшөрөү башлана. Был маҡсатта Эльбрусҡа экспедиция ойошторола. 2020 сентябрендә Рөстәм Нәбиев тарихта тәүге тапҡыр ҡул ярҙамында Эльбрусты яуланы (6 220 метр). Ул 15 сәғәт буйына тауға артылды, 13 саҡрым юл үтте. Рөстәм Нәбиев республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашҡанда Эльбрустан алып ҡайтҡан таш бүләк итте. Фильмды төшөрөү менән Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында Мәскәүҙең «Дока» компанияһы шөғөлләнә. «Башинформ» фильмдың продюсеры Лариса Олейник бильдәләүенсә, ярты сәғәтлек фильмды быйыл төшөрөп бөтөү планлаштырыла.
Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: