Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март 2021, 12:20

Яҙғы ташҡынға әҙерлек сиктәрендә быйыл һигеҙ район боҙ шартлатыуға заявка биргән

Башҡа йылдарҙағынан байтаҡҡа күберәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынын хәбәр итеүҙәренсә, республикала 19 районда 33 урында боҙ тығындары барлыҡҡа килеү хәүефе бар. Әлбиттә шартлатыу һирәк башҡарыла. Сөнки уның зыяны ла байтаҡ.

Ошоно иҫәпкә алғанда оло һыуҙы тыныс көтөргә ярамайҙыр. Һәр хәлдә ҡотҡарыусылар быйыл ныҡлы әҙерләнә.
Республикала һыу баҫыу хәүефе янаған биләмәләр байтаҡ. Фаразланыуынса, 257 ауыл йорттарына оло һыу килеү ҡурҡынысы һаҡлана. Шуға ла март айында уҡ боҙ шартлатыуҙы һорап алты район заявка ебәргән. Архангел , Ғафури райондарындағы Еҙем, Инйәр, Бөрйән районындағы Ағиҙел, Саҡмағош районындағы Сәрмәсән, Белорет районындағы Оло Инйәр буйындағы ауылдар айырыуса контролдә тотола. Өфөлә лә оло һыуҙы ҡурҡыныс эҙемтәләрһеҙ үткәреү өсөн барлыҡ ысулдар файҙаланыла.
Ташҡын осорона әҙерлек планында эвакуация буйынса ла күнекмәләр индерелә. Өфөлә ҡотҡарыусылар ташҡындан зыян күреүселәр ролендә ҡатнашҡан ирекмәндәрҙе исемлек буйынса йыйып ваҡытлыса йәшәү пунктына оҙатты. Баш ҡала буйынса 6500, республикала 200 мең кешене ҡабул итерлек пункт әҙерләнгән. Ташҡын бөткәнен көткән граждандарға ҡунаҡхана бүлмәһе бушлай бүленәсәк.
Быйыл республикала йылғаларҙың асылыуы 8-13 апрелгә тура киләсәк. Был хаҡта ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында хәбәр ителде. Фараздар буйынса, һыу кимәле күп йыллыҡ норма самаһынан күтәрелмәйәсәк. Синоптиктар, ҙур һыуҙан ҡурҡырлыҡ сәбәптәр юҡ, тип тынысландырһа ла, ҡотҡарыусылар иң хәүефле сценарий буйынса әҙерләнә.
Ҡурҡыныс фараздарҙы иҫәпкә алып ҡотҡарыу күнекмәләре Туймазы районында ойошторолдо. Урындағы һыуһаҡлағысында ғәҙәттән тыш хәлде кисектереү өсөн яһалма ҡоролмалар таҙартылды, һыу юлдары асылды. Күнекмәләргә ауыл халҡы ла йәлеп ителде, сөнки улар тәбиғәт стихияһы менән осрашыуға әҙер булырға тейеш.
Өфөлә иң көслө ташҡындарҙың береһе 20 йыл элек теркәлгән. Ул саҡта Ағиҙел һыуы 937 саниметрғ а тиклем күтерәлеп дүрт меңгә яҡын өйҙө һыу баҫҡан. Синоптиктар фаразлауынса, быйыл Ағиҙел йылғаһы кимәле 750 сантиметрға, Дим йылғаһы 650 сантиметрға тиклем күтәреләсәк. Был һандар ғәҙәти норманан әллә ни айырылмай, ти белгестәр. Шулай уҡ һауа температураһы йоғонтоһон һәм тау һыуҙары ҡушылыуын оноторға ярамай. Ә инде апрелдең 25-тәренән һыу кимәле үҙ нормаһына кире ҡайтасаҡ.
Яңылыҡтарҙан.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: