Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Март 2021, 18:00

НИМӘ УЛ PARADOGS?

Өфөләге “Киләсәк фабрикаһы” резиденты Юлай Ғиниәтов UTV телеканалындағы “Бизнес өлгөһө” тапшырыуына ҡунаҡҡа килде. Телекомпанияла әйтеүҙәренсә, был тапшырыу ҡалабыҙҙы яҡшы яҡҡа үҙгәрткән, уны матрулаған, күркәмерәк, уңайлыраҡ иткән кешеләр тураһында.

Сюжет геройы үҙенең ParaDogs проекты тураһында һөйләне. Стартап ҡала ерендә эттәрҙе саф һауала йөрөтөү мәсьәләһен хәл итә. Автор әйтеүенсә, “дог бокстары” һәм “дог постары” эттәрҙе урамда йөрөтөү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Әле эшҡыуар “Киләсәк фабрикаһы”нда проектын үҫтерә, ә элегерәк ул коворкинг резиденты булған. Бөгөн Өфөлә бер нисә торлаҡ комплексы үҙҙәренең ихатаһында Юлай Ғиниәтовтың системаһын ғәмәлгә индергән дә инде. Башҡа төбәктәрҙән дә заказдар бар.
Былтыр “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йорто Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы яңы үҫеш мөмкинлектәренә эйә булды. Бында әле генә үҙ эшен башлаған йүнселдәргә бөтә яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Фото: https://biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/352881
Читайте нас: