Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март 2021, 09:15

Таланттар һәм ижади идеялар сығанағы

Бөгөн - Театр көнө. Беҙҙең районда ла байтаҡ ҡына театр бар. Аллағыуат ауылында ғына ике театр төркөмө эшләй.

Үҙ эшенә мөкиббән киткән кеше. МаһираҠолһарина тураһында шулай тип әйтергә мөмкин. Ул – Аллағыуат ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни хеҙмәткәре. Маһира Тәлғәт ҡыҙы ике – «Ашҡаҙар» ололар һәм «Аҡсарлаҡ» балалар театр коллективтарын алып бара.
Әлеге театр төркөмдәре күптән эшләй һәм төрлө исемдәр, айырым статус, ә иң мөһиме – тамашасыларҙың һөйөүен яуларға өлгөргән. Әлбиттә, был юл еңелдән булмай. Әммә ныҡышмалылыҡ, оҫта эш итеү, театрҙы яратыу, спектаклдәр, постановкалар төрөндә режиссер М.Ҡолһаринаның, үҙешмәкәр артистарҙың тырышлығы үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Ябай ғына ауыл мәҙәниәт йортонда ни тиклем ролдәр уйналған, бик күп репетициялар үткәрелгән. Аллағыуаттар гастролдәр менән күрше ауылдарға йөрөй, мөмкин тиклем барлыҡ ижади конкурстарҙа ҡатнаша.
«Ашҡаҙар» театр коллективының «Халыҡ» исеменә лайыҡ булған 2008 йыл айырыуса иҫтәрендә ҡалған. Һуңынан һәр өс йыл һайын улар үҙҙәренең сығыштары менән ошо исемде яҡлаған. Н.Ғәйетбаев пьесаһы буйынса «Аты барҙың, дәрте бар», «Аҡса кемгә кәрәкмәй?» (М.Мөсифуллин), «Тол ҡатындар» драмаһы (Ф.Әсәнов), «Ләйсән» (Ә.Мортазин), «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» (Н.Асанбаев). Әйткәндәй, һуңғы постановка театр коллективтарының республика конкурсында еңеү яулай, унда аллағыуаттар I дәрәжә дипломға лайыҡ була.
«Ашҡаҙар»ҙың репертуары күп төрлө жанрлы. Сәхнәлә комедиялар, драмалар һәм трагедиялар ҡуйыла.
- Хәҙер пьесаларҙы бик аҙ яҙалар. Әлеге заман авторҙарын, үкенескә ҡаршы, бармаҡ менән генә һанарлыҡ, - тип һөйләй режиссер.
- Постановка нисек ҡуйыла?
- Пьесаны уҡығанда уҡ мин уны күҙ алдыма килтерәм. Үҙебеҙҙең актерҙар өсөн ролдәрҙе бүләм, теге йәки был персонажға кемдең тура килеүе тураһында уйланам. Бер аҙ төҙәтмәләр индерәм, ҡайһы бер урындарҙы ҡыҫҡартырға, мәҫәлән, хатта ир-егет ролен ҡатын-ҡыҙға алмаштырырға ла тура килгән саҡтар бар, сөнки пьесалар кеүек, беҙҙә уйнаусы ир-егеттәр күп түгел, - тип уртаҡлашты үҙ эшенең нескәлектәре менән Маһира Тәлғәт ҡыҙы.
Халыҡ араһынан сыҡҡан таланттар
- Эш көнөнән һуң, йорт эштәрен тамамлағас, ял көндәрендә шәхси ваҡытын сарыф итеп, репетицияларға йөрөүселәр тураһында һөйләп һәм уларҙың исемдәрен атап үткем килә. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки уларҙың күңелендә театрға һөйөү йәшәй. Был бит бик тә яҡшы! Төрлө йылдарҙа театр коллективына Азамат Асҡаров, Рифат Асҡаров, мәрхүм Флүр Ильясов, Гөлфиә Ильясова, Зифа Ҡолһарина, Минзәлә Бикташева, Лена Көҫәпҡолова, Марсель Вахитов, Закир Ҡолһарин, Ғәлиә Мәмбәтҡолова, Лилиә Уразаева, Гөлнур Бикташева, Зинира Бикташевалар йөрөнө һәм актерлыҡ сәнғәте менән шөғөлләнеүҙәрен әле лә дауам итәләр.
Коллектив яҡшы ижади формала. Һис шикһеҙ, ул киләсәктә лә ауылдаштарын сығыштары менән һөйөндөрөр.
Балалар түңәрәгенә килгәндә, бында инде иң мөһиме, мәктәп уҡыусыларын ижади эшкә йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу. Бигерәк тә башланғыс класс уҡыусыларын, сөнки, уларҙы үҫә барған һайын йәлеп итеүе ҡыйынлаша, ҡыҙыҡһыныуҙары һәм мауығыуҙары үҙгәрә. Әммә театр түңәрәгенә ата - әсәләре һәм балалары йөрөгән ғаиләләр ҙә бар. Әлеге ваҡытта балалар менән С.Суринаның «Ҡарға килһә, ҡар китә» спектакле өҫтөндә эшләйбеҙ.
Балалар театр төркөмө ун йыл инде «Өлгөлө коллектив» исемен йөрөтә. Кем белә, «Аҡсарлаҡ» актерҙары араһында ла, бәлки, Салауат башҡорт драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин кеүектәр барҙыр.
Ауыл мәҙәниәт йорто театр түңәрәктәре менән генә сикләнмәй. Унда бик күп саралар, концерттар үтә. Бигерәк тә халыҡ байрамдарына, төрлө йолаларға ҡарата үткәрелгән сараларға ҙур иғтибар бирелә. Әммә театр сығышы – ауыл халҡына иң яҡын һәм улар яратҡан йүнәлеш. Ауыл театры – таланттар шишмәһе, унда һәр кем – артист.
Фаягөл Йосопова.
Читайте нас: