Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Март 2021, 18:00

Бөгөн - Бөтә донъя һыу көнө

22 мартта Бөтә донъя һыу көнө билдәләнә.

Һыу - ул йәшәу сығанағы. Һыуға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, рәхмәтле булайыҡ, дуҫтар! "Һыуҙан таҙа булып булмаҫ", "Һыуҙан оло булма", "Эскән һыуыңа төкөрмә" тиҙәр мәҡәлдәр ҙә. Ғалимдар өшкөртөлгән һыу составын тикшереп, доға уҡылған һыу структураһының бик матур йондоҙ формаһында булғанын асыҡлайҙар. Шуға ла изге ниәт менән өшкөртөлгән һыуҙар ауырыуҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһай икән. Зәмзәм һыуы бер ҡасан да иҫкермәй. Был бит иҫ киткес мөғжизә! Эскән һыуҙарығыҙ тик шифа булһын!
Мәҡәлә һәм фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: