Нимәһе ҡыҙыҡ, СССР-ҙа был байрам оҙаҡ ваҡыт тыйыу аҫтында булған. 1926 йылдан алып Советтар Союзында йәшәүселәргә Пасха менән Наурузды үткәрергә ҡушылмаған. 40 йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә, 1967 йылда, Мәскәү был тыйыуҙарҙы юҡҡа сығарған. Тарихсылар быны Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәт, атап әйткәндә, Иран менән мәҙәни мөнәсәбәттәрҙең нығыныуы менән бәйләй.
2009 йылда Науруз ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелде, 2010 йылда БМО-ның Генассамблеяһы уны Халыҡ-ара көн тип белдерҙе.
Был көндө төрки халыҡтары сағыу байрам ойоштора, бер-береһен аш-һыу менән һыйлай. Байрам булғас, таҡмаҡтар, йырҙар йырлап, уйын-көлкө менән үткәргән. Районда ла күп кенә ауылда Науруз байрамын үткәрҙеләр. Баҡый ауылы халҡы ла ошо байрам уңайынан матур сара ойошторҙо.
Науруз байрамы менән, милләттәштәр!