Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Март 2021, 11:40

Тормошонан ҡәнәғәт

Минең мәҡәлә геройым бала саҡтан уҡ ниндәй һөнәр һайлаясағын яҡшы белә. Математиканан шәп уҡыған ҡыҙ үҙенең киләсәген абруйлы урындарҙа түгел, ә саңлы бухгалтер документтары менән эш итергә тура киләсәк ябай кабинетта күҙ алдына килтерә. Тап ошонда Венера Шәрипова мәктәптән һуң әсәһе Сибәрбикә Хәлитованы оҙаҡ көтөп ултыра. Уның өҫтәлендә иҫәп ҡағыҙҙары һәм ябай ҡәләмдәр ята, ундағы тынлыҡ кабинетта мөһим мәсьәләләр хәл ителеүе тураһында һөйләй...

Венера Ғәйнулла ҡыҙының бөгөнгө эш өҫтәлен шул иҫке ағас бинала ҡалған өҫтәл менән сағыштырып булмайҙыр. Был аңлашыла, заманса технологиялар быуатында күптән ағас счеттар ҡулланылмай, ә иҫәп-хисап эштәре компьютер программалары ярҙамында башҡарыла. Әммә Венера Ғәйнулла ҡыҙы өсөн иҫке бухгалтер атрибуты иҫтәлекле ҡиммәтҡә эйә:
- Беҙҙең атайыбыҙ Ғәйнулла Хәлитов байтаҡ йылдар район ҡулланыусылар йәмғиәтендә төрлө эштәр башҡарҙы. Бала саҡта уның счетта оҫта эшләүенә ҡарап, һоҡланып туя алмай инем. Ул баянда ла шулай уҡ етеҙ уйнай ине, - тип хәтерләй минең әңгәмәсем.
Ҡояшлы март көнөндә уның кабинетында сәскә гөлләмәләре хуш еҫ бөркөп ултыра, байрам кәйефе, бының сәбәбе - уның 60 йәшлек күркәм юбилейы! Ул юбилейын яратҡан эшендә ҡаршылай, сөнки уға район бюджетын дөрөҫ бүлеү ышанып тапшырылған һәм ул кисектерелә алмай. 2010 йылдан башлап Венера Ғәйнулла ҡыҙы район финанс идаралығында эшләй. Шул ваҡыттан алып ул ошо структур подразделение етәксеһе булып тора, ә был тотош райондың тотороҡлоғо уның һөнәри оҫталығына бәйле тигәнде аңлата. Ул элекке район хакимиәте башлыҡтары Ф.Ғ.Ҡаҙаҡбаевҡа, Ф.З.Туҡтаровҡа берҙәм һөҙөмтәле эшләүҙәре, һәр мәсьәлә буйынса аңлауҙары һәм ярҙамдары өсөн рәхмәтле. Әлеге район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов һәм уның урынбаҫарҙары менән дә улар килешеп эшләй.
Ул 1961 йылда Стәрлебаш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Уның ата-әсәһе ябай кешеләр була һәм улар эш мәлендә таныша. Әсәһе Өфө финанс техникумын тамамлағандан һуң, 1953 йылда йүнәлтмә буйынса бында эшкә килә һәм ошонда ҡала. Биш балаһының да мауығыуҙары төрлө була. Венера Ғәйнулла ҡыҙы математика фәнен яратыуын хәтерләй. Бөгөнгө көндә лә ул уҡытыусылары Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы Абдрахманованы һәм Ләлә Ғәзиз ҡыҙы Бәшированы хәтерләй һәм уларға рәхмәтле.
Мәктәпте тамамлағандан һуң ул ҡасандыр әсәһе белем алған Өфө финанс техникумына уҡырға инә. 1980 йылда уның хеҙмәт эшмәкәрлеге башлана, йүнәлтмә буйынса йәш белгес Шишмә районына эләгә. Бер йылдан һуң ул тыуған йортона яҡыныраҡ, Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан Дәүләт страховкалау инспекцияһына эшкә күсә:
- Мин ҡайҙа ғына эшләһәм дә остаздарымдан уңдым. Улар мине илһамландырҙы, һөнәри планда үҫешергә ярҙам итте, миңә ышандылар, - ти В.Шәрипова. Стәрлебашҡа уны Наилә Ғиззәтуллина саҡыра. Бында ул Көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатына баш бухгалтер урынбаҫары булып эш башлай. Артабан уның карьераһы алға китә. Венера Ғәйнулла ҡыҙы финанс секторы мөдиренән башлап баш бухгалтерға тиклем ВЛКСМ һәм КПСС район комитеттарында эшләй. Был эшкә уны Мөкәрәмә Ғәйнетдин ҡыҙы Ҡорманаева тәҡдим итә. Эш буйынса мөрәжәғәт иткән һәр кем уның эшкә таһыллығын күрә. Ул эшкә тиҙ өйрәнә, ә ныҡышмалылығы уға һәр эште еренә еткереп башҡарырға ярҙам итә. Уның был сифатын хеҙмәттәштәре лә баһаламай ҡала алмай. Һәм, билдәләп үтергә кәрәк, әле лә Венера Ғәйнулла ҡыҙы Ғ.М.Мөлөкөв, Ф.Г.Ҡәйүпов, Ә.Х.Ғәлләмова, Х.Х.Ғәлиева, З.Б.Фәхретдинова менән бергә эшләгән йылдарын ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала:
- Уларҙы легендар кешеләр тип әйтергә лә мөмкиндер. Сөнки һәр команда эшендә, тәү сиратта, берҙәмлек һәм профессионализм кәрәк, - ти ул.
Лицензиялау, тикшереүҙәр һәм ревизиялар, Стәрлебаш һәм Федоровка һалым инспекцияларын берләштергәндән һуң һәр ваҡыт юлда йөрөү. Һалым инспекцияһында эшен дауам иткәндән һуң уға бына шундай ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә. Штрафтар булмаһын өсөн һалым түләүселәрҙе документтарҙы дөрөҫ тултырырға өйрәтәләр. Кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам иткән Әхәт Ҡәйүпов үҙе ҡасандыр уның атаһында эшкә өйрәнә.
Ул ваҡыттарҙан һуң бик күп һыуҙар аҡҡан, үҙгәрештәр булған. Әңгәмәсемә ошоларҙың барыһы аша үтергә тура килә. Ул көслө рухлы булып ҡала, юғары белем ала, үҙ өҫтөндә даими эшләй, төрлө көрсөктәрҙе лайыҡлы үткәрә һәм үҙенең принциптарына һәр ваҡыт тоғро ҡала. Кешелекле була, кәрәк икән, кешеләргә ҡарата талапсан да була. Былар барыһы ла йылдар үтеү менән килә. Ә башта бындай минуттарҙа ата-әсәһе, ағаһы Ғәлинур кәңәштәре менән ярҙам итә. Әйткәндәй ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы» маҡтаулы исеменә лайыҡ, ә Венера Ғәйнулла ҡыҙы 2019 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсы» исемен ала.
Был мөләйем ханым нимә тураһында хыяллана? Ул барыһынан да ҡәнәғәт. Эшендә хеҙмәттәштәре менән ышаныслы мөнәсәбәттә, хөрмәт яулаған. Һәр хеҙмәткәренә ул ышана, яҡлай һәм бөтә сетерекле мәсьәләләрҙе үҙе хәл итә. Ул 35 йылдан ашыу бәхетле ҡатын, әсәй һәм өләсәй. Тормош иптәше Фаат Ҡасим улы Шәрипов уның ышаныслы терәк-таянысы. Йыш ҡына ял көндәрендә ул үҙенең яҡындарын тәмле ризыҡтар менән һыйларға һәм ейәнсәрҙәре менән бейеп алырға ярата. Ҡыҙы Миләүшә менән рәхәтләнеп серҙәрен бүлешәләр, улы Фәйезгә лә наҙ һәм һөйөүен йәлләмәй. Өйҙә ул шундай хәстәрлекле, яғымлы хужабикә, ә дүшәмбе көндө эшкә килгәс ул етди мәсьәләләр хәл итергә әҙер
Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: