Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Март 2021, 15:30

Һаҡ булығыҙ! Боҙбармаҡтар!

Гәзит-жур­нал­дар, зәң­гәр эк­­рандар аша ҡар ишелеп тө­шөү, боҙ­­бар­маҡ­тар тө­шөп, ке­ше­ләрҙе йәрәхәтләүе, хат­та үлем осраҡтары тура­һында ише­теп-күреп то­рабыҙ. Яҙ көнө, һауа торошо йыш үҙгәреү сәбәпле, биналарҙың ҡыйыҡ баштарынан ҡар шыуып төшөүҙән, боҙбармаҡтарҙан һаҡланырға кәрәк.

Ҡыйыҡта йыйылған ҡар мас­саһы бик хәүефле. Боҙ­бар­маҡтар ғәҙәттә һыу юлы урын­дарында бар­лыҡ­ҡа килә, шуға был урын­­­дарҙы урап үтер­гә кәрәк.
Үҙегеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡа­ғиҙәләрен ҡулланығыҙ, күңел­һеҙ ваҡиғаға осрарға тура кил­мәҫ: китеп бар­ғанда өҫтә нин­дәйҙер та­уыш ишетһәгеҙ, туҡ­тап, ни булғанлығын асыҡ­ларға тырышмағыҙ, юға­рыға ҡа­ра­ма­ғыҙ. Йүге­рергә лә кә­рәкмәй, ә тиҙ генә йорт сте­наһына һы­йы­ныу хә­йер­лерәк. Автомо­бил­дә­ре­геҙҙе йорт эргәһенә яҡын ҡуймағыҙ.
Имгәнеүҙән һаҡланыу­ҙың ҡайһы бер ҡағиҙәләре:
- Ҡар ишелеү ҡурҡы­ны­сы бул­ған биналарҙың ҡыйыҡ аҫ­тынан йөрө­мә­геҙ, балаларға ла унан йө­рөүҙе тыйығыҙ;
- Ҡыйығынан ҡар аҫы­лы­нып тор­ған биналар эр­гәһендә тор­мағыҙ;
- “Хәүефле урын”, “Ҡар ише­­леү ҡур­ҡы­нысы янай”, “Бынан йөрөү ты­йыла” тип киҫәткән билдәләр ҡуйылған билә­мә­ләрҙе урап үтегеҙ.
Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлаһын!
Читайте нас: