Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Март 2021, 09:50

Рәхмәтлемен яҙмышыма... Мөхәббәт, хәстәрлек, ҡыҙым өсөн

Оҙаҡ йылдар "Стәрлебаш шишмәләре" район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләгән, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Мөҙәрис Дәүләтша улы Ҡотлошинға бөгөн 80 йәш тулған булыр ине. Уның тормош иптәше Сәйлә Ҡотлошина үҙ хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Тәбиғәттең һәр миҙгеле кеше яҙмышын хәтерләтә. Мине лә февралдең һуңғы һыуыҡтары, бурандары, март башы, ҡояшлы көндәре йәшлегемә алып ҡайта, йәшлек хистәрен уята.
1968 йылдың февраль аҙағы һыуыҡ, буранлы көнөндә Әмир ауылынан Стәрлебашҡа юлға сыҡтым. Ауылдан сығыу менән колхоз атында китеп барған ир менән ҡатын мине ултырттылар. Хәлекәй тауына килеп еттек. Тау текә (халыҡ уны «Әжәл» тауы тип йөрөтә). Аттан төшөп, сана артынан барабыҙ. Арттан саптырып аҡ атта, кашовка санала бер кеше килеп туҡтаны.
- Әйҙәгеҙ ултырығыҙ, мин дә Стәрлебашҡа китеп барам, - тип тәҡдим итте.
Мин әйберҙәрҙе, аҙналыҡ ризыҡтарҙы алып санаға ултырҙым. Ат ҙур тиҙлек менән елдерә. Мине танырлыҡ та түгел, ҡалын шәл менән уралғанмын. Ат хужаһын да танырлыҡ түгел, бүреген батырып кейгән, ауылға яҡынлашҡанда ул минең исемде һәм ҡайһы урамдан булыуымды һораны. Мин Ленин урамынан булыуымды әйттем. Шул урам аша үтәм тине лә ҡалдырып китте. Башҡа һөйләшеү булманы.
Март башында Мәҙәниәт йортонда ниндәйҙер байрам кисәһе үтә икән. Шул көндө беҙ йәшәгән өйгә (беҙ дүр ҡыҙ йәшәй инек) Мәҙәниәт йортоноң директоры саҡырыу билеты килтерҙе лә:
- Ҡайһығыҙ Сәйлә? - тип һораны.
Мин билетты алдым да аптыраным. Нисек улай була икән? Ҡыҙҙар миңә:
- Бар, йөрөп ҡайт, билетты кем биргәнен белерһең, - тинеләр. Билет буйынса урыныма килеп ултырһам, янымда минең юлдашым ултыра, тауышынан һәм пальтоһынан таныным. Концерт тамамланғас һүҙһеҙ генә хушлаштыҡ.
Икенсе көндө мине район комсомол комитетының беренсе секретары Хисмәтуллин Йәғәфәр Сәйғәфәр улы саҡыртты. 8 мартҡа КВН үткәрергә кәрәк, көнкүреш йорто комсомолдары менән МСУ йәштәре була тине. Ул ваҡытта мин көнкүреш йортонда тегеүсе булып эшләй инем. Был сараға беҙ тиҙ арала әҙерләндек. Мин үҙ ғүмеремдә тәү тапҡыр команда капитаны булдым, ә МСУнан Рафаил Бакиров ине. Сәхнәнән тамашасыларға ҡараһам, теге кеше ултыра. Исемен белмәйем. Уйын бөттө, бейеүҙәр башланды. Был кеше мине бейергә саҡырҙы. Танышып киттек. Үҙен Мөҙәрис Ҡотлошин тип таныштырҙы. Район партия комитетында инструктор булып эшләй. Икенсегә лә саҡырҙы.
- Һеҙҙе оҙатырға мөмкинме? - тип һораны. Мин ипле генә баш ҡаҡтым. Бына шулай башланды ла инде уның менән осрашыуҙар.
Шундай матур төн. Ябалаҡлап аҡ ҡар яуа. Беҙ уның менән урам буйлап һалмаҡ ҡына атлап барабыҙ. Ҡапҡа төбөнә килеп оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ. Беҙ йәшәгән өй хәҙерге Пенсия фонды бинаһы артында ике ҡатлы йорт урынында ине. Матур йәйҙәр етте. Ул үҙенең Свердловск ҡалаһына барып, юғары партия мәктәбенә имтихандар тапшырырға әҙерләнеүен әйтте. Август аҙаҡтарында ул миңә: «Әйҙә икәү бергә киттек» - тип тәҡдим итте. Мин ризалашманым:
- Мин әле йәш, белемем дә юҡ, - тинем.
- Кем булырға теләйһең? - тип һораны.
- Уҡытыусы.
Ул миңә район мәғариф бүлегенән Өфөләге педагогия курстарына йүнәлтмә алып биреп китте. Ҡышҡы каникулдарҙа ҡайтты. Мин һеңлеһе Гөлсөм менән уны аэропорттан төнгө самолеттан ҡаршыларға барҙыҡ. Самолеттан төштө лә, кешеләрҙән айырылып, бер үҙе килә ине. Әлегеләй ҡышҡы һалҡын ел ине.
...Әммә беҙҙең юлдар айырылды. Ул Өфө ҡыҙына өйләнгән. Мин 1970 йылда Әмир ауылында башланғыс кластарҙы уҡыттым. Шунда мәктәп директоры Мөхәмәтйәров Рауил Ниғмәт улына тормошҡа сыҡтым, бик һәйбәт кеше ине. Коллектив уны хөрмәт итте. Уны Стәрлебашҡа район партия комитетына пропаганда бүлеге мөдире итеп алдылар. Уның менән 15 йыл татыу йәшәнек. Ғүмере ҡыҫҡа булды. 1985 йылда йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Мин яңғыҙ ҡалдым. Ярай әле яратҡан эшем булды. Мин ул ваҡытта 2 һанлы балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй инем. Бер йыл ваҡыт үтте, февраль айында атайым, һиңә хат килде, тип шылтыратты. 8 мартҡа әсәйемде байрам менән ҡотларға ауылға ҡайттым. Миңә атайым хатты бирҙе. Ундағы таныш почеркты күреү менән аптырап киттем. Хат Магадандан Хәлекәй ауылында йәшәүсе Басиров Ғәбделхәйгә яҙылған һәм Сәйләгә бирергә ҡушылған. Ул ауылдың исемен онотҡан, хат ташыусы Әмиргә килтереп, был хатты атайыма тапшырған. Хатты асып уҡыным да, шаҡ ҡаттым. Унда ул үҙенең яңғыҙ йәшәүе һәм 16 мартта 45 йәше туласағы тураһында яҙған. Нимә яҙырға ла белмәйенсә, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Тыуған көнө менән ҡотлап, открытка ғына ебәрҙем. Әммә ул открытканы алмайынса, икенсе районға эшкә киткән булған. Ҡалған әйберҙәрен алырға килгәс, бер айҙан һуң ғына открытканы алған. Беҙ бер йыл хат алыштыҡ. Ул мине Магаданға саҡырҙы, мин барманым. Һуңынан Стәрлебашҡа ҡайттым, тип яҙҙы. Ярай улай булғас, дуҫтарса осрашырбыҙ, тип яҙҙым.
Апрель башында көтмәгәндә ишек шаҡынылар, асһам, Мөҙәрис баҫып тора. Әсәйем менән икәү инек, мин ҡаушап ҡалдым. Үҙем дә һиҙмәҫтән: «Мин һине әле генә көтмәгән инем» тинем. Ул өс айлыҡ отпускаһын алып Стәрлетамаҡҡа һеңлеләренә ҡайтҡан икән. 31 апрелдә ЗАГСҡа инеп, тормош ҡороп йәшәй башланыҡ. Мөҙәрис район гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләне. 1988 йылда ҡыҙыбыҙ Зарема тыуҙы. Ул минең өсөн ҙур бүләк булды, мин әсәй булдым. Мөҙәристең ҙур ҡыҙы Зинфира ла бик аҡыллы булды. Йәйге-ҡышҡы каникулдарҙа килеп, беҙҙә оҙаҡ ҡына тора ине. Мине әсәһе кеүек күрҙе. Беҙ Стәрлебаш ауылында өй һалып индек. Мөҙәрис күп емеш ағастары ултыртты. Ейәндәре лә килеп йөрөнө, Зинфира менән Зарема бик татыуҙар. 32 йыл бергә йәшәгән ғүмер һиҙелмәй ҙә ҡалды. Шундай ярҙамсыл булды. Үҙенең тормошонан ҡәнәғәт булып йәшәне. Бөхтәлекте яратты. 75 йәшендә аҡ сирень менән күк сирень ултырттыҡ, улар сәскә атып ултыра. Дүрт ейәненә, бер ейәнсәренә олатай булды. Зинфира ла, Зарема ла балалары менән атайҙарының һуңғы көнөнә тиклем йәнәшәһендә булды. Әлеге көндә лә килеп йөрөйҙәр. Мине үҙҙәренә саҡыралар. Уларға рәхмәтлемен. Хәҙер инде иҫтәлектәр менән тормошомдо дауам итәм, балаларыма, ейәндәремә ҡарап йыуаныс табам.
Мөҙәрис Дәүләтша улына ошо көндәрҙә 80 йәш тулыр ине. Тик бына ике йыл элек аяуһыҙ сир уны беҙҙең аранан тартып алды. Әммә уның тураһында хәтирәләр онотолмай. Улар 32 йыл эргәмдә изге күңелле, ярҙамсыл һәм ышаныслы кеше йәшәгәне тураһында һөйләй. Ул миңә аҡыллы ҡыҙ бүләк итте, һәр ваҡыт миңә ҡарата иғтибарлы, хәстәрлекле һәм ғәҙел булды. Мин уның менән бәхетле булдым. Уның йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын!
Сәйлә Ҡотлошина. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: