Шуларҙың береһе Алмаз Ғарипов (һүрәттә) - икенсе курс студенты. Ул - төркөм старостаһы, уҡыу алдынғыһы. 1-се Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлағас, «Автомеханик» белгеслеге буйынса беҙҙең колледжда уҡыуын дауам итте. Класс етәксеһе һәм производствоға өйрәтеү мастеры әйтеүенсә, Алмаз - тырыш, намыҫлы уҡыусы, курсташтары араһында ихтирам һәм абруй яулап өлгөргән. Дәрестәрҙе ҡалдырмай, уҡытыу полигоны оҫтаханаларында теләп шөғөлләнә. Ул изгелекле, яуаплы, тыйнаҡ егет. Староста булараҡ, башҡаларға ыңғай тәьҫир итә.
Алмаз шулай уҡ һәйбәт спортсы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә самбо секцияһында шөғөлләнә. Төрлө район һәм республика ярыштарында ҡатнаша. Мәҫәлән, күптән түгел Өфөлә үткән III асыҡ Евразия студенттар хәрби сәнғәт уйындарында бронза миҙал яуланы. Алмаз үҙе әйтеүенсә, колледжды тамамлағандан һуң, ул армияла хеҙмәт итергә, һуңынан уҡыуын юғары уҡыу йортонда дауам итергә теләй.
Бына шундай шәп егет уҡый беҙҙең колледжда, һәм тап Алмаз кеүек тырыш егеттәр илебеҙ киләсәге.