Күндерәк урта мәктәбендә 33 йыл бергә эшләгән коллегабыҙ, иптәшебеҙ Ҡаһарманова (Аҡсулпанова) Зөлхизә Тимербәк ҡыҙын ҡәһәрле ауырыу арабыҙҙан алып китте. Ул Күндерәк мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләп, халыҡ мәғарифы отличныгы булды, балаларҙы илһөйәрлеккә өйрәтте, йәмәғәт тормошонда әүҙем ине. Зөлхизә әхирәтебеҙ Алик Фазлышан улы менән ғаилә ҡороп, 45 йыл татыу ғүмер итте. Ул ире өсөн тоғро, ышаныслы терәк-таяныс, яратҡан ҡатын, уңған, бөхтә, тырыш хужабикә булды. Хоҙай уларға бик күп һынауҙар ебәрҙе, сабырлыҡ, түҙемлек менән барыһын да үткәрә белделәр. Аҡыллы, эшсән, итәғәтле ике ҡыҙ, бер ул үҫтерҙеләр, уларға юғары белем алырға ярҙам иттеләр, һәр ҡайһыһының ғаиләһе бар, татыу йәшәйҙәр, балалар тәрбиәләйҙәр. Ҡайғы һорап килмәй икән. Ниндәй генә йыуатыу һүҙҙәре әйтһәк тә Алик Фазлышан улының, балаларының ҡайғыһын еңеләйтеп булмай шул. Уларға тик сабырлыҡ, түҙемлек, сәләмәтлек бирһен Хоҙай. Зөлхизә ҡыҙҙары Гөлнара менән Розаға, улы Фаилға оло йөрәкле, яратҡан әсәй, кейәүҙәренә, килененә итәғәтле, йомшаҡ, изге күңелле ҡәйнә, ейәндәренә күңел наҙын ҡыҙғанмай өләшкән яратҡан өләсәй, туғандарына йомарт, хәстәрлекле апай һәм һеңле, беҙҙең өсөн ярҙамсыл, кешелекле, изге йәнле коллега булды. Хеҙмәттәшебеҙ тыныс йоҡлаһын, урыны ожмахта булһын.
Хөрмәт менән иҫкә алып Рәшиҙә Фәрхшатова,
Сания Янбаева, Маһинур Сатучина, Анна Усович.