Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март 2021, 17:40

Бәхил бул, Зәки ағай!

Бөгөн күренекле яҡташыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәре Зәки Зәйнуллинды һуңғы юлға оҙаттыҡ.

З.Л.ЗӘЙНУЛЛИН
4 мартта 88-се йәшендә яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, техник фәндәре докторы Зәки Лотфулла улы Зәйнуллиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Зәки Зәйнуллин 1933 йылдың 10 июлендә Стәрлебаш ауылында донъяға килә. 1950 йылда Стәрлебаш татар мәктәбен тамамлай. Мәктәптән һуң бер йыл колхозда һәм Ҡуғанаҡбаш мәктәбендә эшләгәндән һуң, үҙен хәрби хеҙмәткә бағышлай. Өс йыл Иркутск хәрби-авиация училещеһында уҡығандан һуң, лейтетант дәрәжәһендә Ленинград хәрби округында хеҙмәт итә башлай.
1958-1963 йылдарҙа ул Рига юғары хәрби ракета училещеһында уҡып сыға. Ракета двигатале буйынса инженер-механик һөнәрен үҙләштереп, ярты йылға яҡын Семипалатинск атом полигонында һынауҙарҙа ҡатнаша. Һуңынан, биш йыл Укранина һәм Белоруссия атом базаларында хеҙмәт иткәндән һуң, Рига юғары хәрби ракета училищеһының хәрби аспирантураһына уҡырға инә һәм өс йылдан һуң кандидат диссертацияһын уңышлы яҡлай. Артабан курсанттарҙы хәрби эшкә өйрәтә, докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
З.Зәйнуллин ошо осорҙа 68 асыш яһай. Ул һигеҙ тапҡыр дәүләт премияһына лайыҡ була. Латвияның "Иҙел" татар мәҙәни йәмғиәте етәксеһе була.
Фән һәм хәрби эштән башҡа, З.Зәйнуллиндың ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1989 йылда полковник дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡас, ул Ҡазанда төпләнә һәм үҙен тулыһыса яҙыусы эшмәкәрлегенә бағышлай. 1994 йылдан алып ул Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғаяз Исхаки, Хәҙи Атласи премиялар лауреаты. 1997 йылда Бөтә татар йәмәғәт үҙәге рәйесе була.
Һуңғы йылдарҙа, тыуған Стәрлебаш ерендә йәшәп, ижад итеп, М.Аҡмулла исемендәге район премияһына һәм "Стәрлебаш районының почетлы гражданины" исеменә лайыҡ була.
Зәки Зәйнуллиндың күп әҫәрҙәре стәрлебаштарҙың яҙмышына һәм тормошона, уларҙың райондың һәм республиканың үҫешенә индергән өлөшөнә бағышланған.
Ул тыуған еренә, уның кешеләренә сикһеҙ ғашиҡ кеше булды һәм ғүмеренең аҙағына тиклем уларҙы данланы. Уның тырышлығы менән тыуған яғы һәм Татарстан Республикаһы араһында дуҫлыҡ күпере һалынды.
Ғүмер буйына ул принципиаль, ғорур, тәүәккәл, иректе һөйөүсе, һәр нәмәгә үҙ фекере булған һәм быны теләһә ниндәй шарттарҙа һәм хәлдәрҙә лә яҡлап ҡалған тыуған яғының ысын патриоты булды.
Уның пьесалары буйынса спектаклдәр ҡуйылды. Шуларҙан иң билдәлеһе – “41ҙең арбалы ҡатындары” бер нисә тапҡыр Стәрлебаш сәхнәһендә генә түгел, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында ла ҡуйылды.
Стәрлебаш еренең тоғро улы Зәки Зәйнуллин тураһында яҡты иҫтәлек яҡташтары хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
Р.К.Рахманғолов, И.Ғ.Хәйбуллин, А.Р.Мусаҡаева, Й.С.Хисмәтуллин, Х.Ш.Исмәғилев, З.З.Ғиззетдинова.
Читайте нас: