Ул ваҡыттан 40 йылға яҡын үтә. Стәрлетамаҡ медицина училищеһында уҡыған йылдар күптән артта ҡалған, әммә 1 һанлы Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһына барған көнө әлегеләй хәтерендә, унда ул яңы тыуған сабыйҙар палатаһында шәфҡәт туташы булып эш башлай.
- Бер төндә 25 сабый тыуа ине, - тип хәтерләй Гөлнур Сәлих ҡыҙы шул көндәр тураһында. - Сабыйҙар төрлө була ине: ваҡыты етеп һау-сәләмәт һәм ваҡытынан алда тыуған кескәйҙәр ҙә булды. 920 грамм ауырлыҡ менән тыуған малайҙы тәрбиәләп ҡарағаныбыҙҙы бер ҡасан да онотмайым. Ул шул тиклем бәләкәй ине, хатта усҡа ла һыя ине. Кювезда оҙаҡ ятты. Һәм был сабыйҙы кеше иттек! Беҙҙән уны икенсе балалар бүлегенә 1 кг 800 грамм ауырлыҡ менән күсерҙеләр. Хәҙер, моғайын, уның үҙенең дә ғаиләһе барҙыр.
Эше еңелдән булмай. Яңы тыуған сабыйҙарға системалар ҡуя, зонд аша ашата, бер һүҙ менән әйткәндә, алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Әммә бер ҡасан да зарланмай, йәш, көслө була, хеҙмәттәштәре - табип-неонатологтар ҙа үҙ эшенең оҫтаһы була. Улар менән тау-таш аҡтарырға мөмкин була.
Намыҫлы, яуаплы ҡыҙҙы бер нисә тапҡыр Грамоталар, Рәхмәт хаттары, 1986 йылда Болгария һәм Румынияға путевка менән бүләкләйҙәр. Унан Гөлнур бихисап ыңғай тәьҫораттар, яңы кейемдәр һәм туғандарына бүләктәр менән ҡайта.
Бәлки ҡыҙ шулай ҡалала ла ҡалған булыр ине, әммә ауылдашы, Стәрлебаш ауылы егете Рәил Абсаттаровҡа кейәүгә сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайта. Уны, әлбиттә, эштән ебәрәһеләре килмәй, ҡалырға өгөтләйҙәр, әммә Гөлнур ғаиләһен һәм тыуған Стәрлебашын һайлай.
- Декрет ялынан һуң район дауаханаһының терапия бүлегендә эшләй башланым, - тип дауам итте әңгәмәсем. - Ә 1991 йылда үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Эльвира Сәйет ҡыҙы Йомадилова мине балалар табыу бүлегенә, яңы тыуған сабыйҙар палатаһына эшкә саҡырҙы. Шатланып риза булдым. Яратҡан һәм белгән эшем. Өҫтәүенә, коллектив та татыу ине. Ғәлиә Әхмәтшина, Фаягөл Заһиҙуллина, Миләүшә Камалетдинова, Ҡәҙриә Ғималетдинова үҙ эшенең оҫталары ине. Бер ғаилә булып татыу эшләнек. Балалар ҙа, ҡалаға ҡарағанда, әҙерәк тыуа ине, әлбиттә. Иң күңелде ҡырғаны - балаларынан «баш тартыусылар» ине. Беҙҙең ауылда улар булманы тиерлек, Аллаға шөкөр. Үҙ эшен яҡшы белгән бүлек мөдире Александр Иванович Глазков бик изгелекле, әҙәпле, йомшаҡ күңелле, аңлаусан кеше булды. Ул бары бер нимәне – тыуғас та баланы әсәһенең күкрәгенә һалыуҙы талап итте. Унан һуң, төрлө сәбәптәр буйынса башта үҙ балаһынан баш тартырға теләгәндәр ҙә сабыйын ҡалдыра алманы. Был бик аҡыллы алым булғандыр, тип уйлайым. Уны ҙур ихтирам менән иҫкә алам. Ә бит уның абруйы һәм һөнәри оҫталығы беҙгә эш-мәшәҡәттәре лә өҫтәне. Бала табыу өсөн беҙгә бөтә илдән, бигерәк тә Себер яҡтарынан ҡайталар ине, - тип хәтерләй ул. – Ә бына ҡалала эшләгәндә нисектер бер ваҡыт бер ай эсендә беҙҙә туғыҙ баланан баш тарттылар. Хеҙмәткәрҙәр был сабыйҙарҙы бик ҡыҙғанды, күҙҙәргә йәш тула ине. Шуныһына һөйөндөк, уларҙың етеһен сит ғаиләләр тәрбиәгә алды.
Гөлнур Сәлих ҡыҙы үҙе менән элек эшләгән һәм әле эш сафында булғандарҙың барыһы тураһында ла ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала. Улар– табибтар Римма Латипова, Әлфиә Ильясова, Ғәлиә Ғүмәрова, Гөлшат Абдрахманова, Зилә Сәғитова, шәфҡәт туташтары Зөлфиә Искәндәрова, Рәмилә Искәндәрова, Гүзәл Ғималетдинова, Зөлминә Әхмәрова һәм башҡалар.
Әлеге ваҡытта Г.Абсаттарова табип Зилә Сәғитова менән балалар участка шәфҡәт туташы булып эшләй. Уларҙың Стәрлебаш ауылының «Төнъяҡ» микрорайонында унға яҡын урамды, Ҡабыҡҡыуыш, Ҡарағош, Әмир һәм башҡа ауылдар ингән участкаһында бер аҙнанан алып 17 йәшкә тиклемге 816 бала иҫәпләнә. Ҡабул итеүҙән тыш, улар айына бер тапҡыр сабыйҙарҙы ҡарау өсөн ошо ауылдарға бара, мәктәп уҡыусыларына медицина тикшереүе һәм диспансерлаштырыу үткәрә. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, компьютерлаштырыу ҙа уларға эш өҫтәгән. Төрлө документтарҙы тултырыу, отчеттар бик күп ваҡытты ала. Шуға ҡарамаҫтан, эше һәм хеҙмәттәштәре тураһында Гөлнур Сәлих ҡыҙы ихтирам менән, яратып һөйләй
Сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендә күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Г.Абсаттарова Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
Уның күңелен йыуатыусылар – балалары һәм ейәндәре. Ҡыҙҙары Лиана Пермь фармацевтика институтын тамамлап, «Фармленд» дарыухана селтәрендә провизор булып эшләй. Бик яҡшы тормош иптәше, ике балаһы, татыу ғаиләһе бар.
Улдары Руслан армияла хеҙмәт итеп, Рәсәй тимер юлдары системаһында машинист булып эшләй. Күптән түгел өйләнгән һәм бик бәхетле.
Ә Гөлнур Сәлих ҡыҙы әлеге ваҡытта үҙенең 84 йәшлек атаһын ҡарай. Сәлих ағай ғүмере буйына «Стәрле» колхозында эшләгән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, көр күңелле, хәтере яҡшы. Ҡыҙы менән бик татыу йәшәйҙәр. Уларҙың йорто уңайлы һәм күркәм, бында эшһөйәр кешеләр йәшәүе күренеп тора.
Гөлнур Сәлих ҡыҙын белеүселәр әйтеүенсә, ул яҡшы шәфҡәт туташы ғына түгел, кәрәк сағында күршеләренә һәм яҡындарына медицина ярҙамын күрһәтергә әҙер. Хәстәрлекле, игелекле ҡыҙ, яратҡан әсәй, өләсәй, шулай уҡ уңған хужабикә, бар нимәгә оҫта, мөләйем ҡатын. Уның менән шатлыҡты ла, ҡайғы-хәсрәтте лә уртаҡлашырға мөмкин.