Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы

2016 йылда ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәрҙәре өс әһәмиәтле юбилей: Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһының185 йыллығын, Башҡортостандан ҡулланысылар кооперацияһына нигеҙ һалыныуҙың145 йыллығын һәм Башҡортостан ҡулланыусылар Союзының100 йыллығын билдәләне. Ошоға бәйле, республика ҡулланыусылар кооперацияһына һәм Башҡортостан ҡулланыусылар Союзы ойошмаһына туранан-тура бәйләнеше булған ағайым Абдрахман Ҡәипов тураһында һөйләгем килә.

2016 йылда ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәрҙәре өс әһәмиәтле юбилей: Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһының185 йыллығын, Башҡортостандан ҡулланысылар кооперацияһына нигеҙ һалыныуҙың145 йыллығын һәм Башҡортостан ҡулланыусылар Союзының100 йыллығын билдәләне.

Ошоға бәйле, республика ҡулланыусылар кооперацияһына һәм Башҡортостан ҡулланыусылар Союзы ойошмаһына туранан-тура бәйләнеше булған ағайым Абдрахман Ҡәипов тураһында һөйләгем килә.

Ул 1903 йылда Йомағужа ауылында дүрт балалы крәҫтиән Хәбибрахман Ҡәйүпов ғаиләһендә донъяға килә. Малай уҡырға ярата, Стәрлебашҡа йөрөп (йыш ҡына йәйәү) уҡый. Тиҫтерҙәре араһында бик белемле булғанға күрә уға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Абдрахман йәшләй генә колхозда эшләй башлай. Бер аҙ ваҡыттан Стәрлебашҡа күсә. Үҫмерҙең тырышлығын һәм йыйнаҡлығын күреп, район етәкселеге уны Башҡорт Юғары ауыл хужалығы мәктәбенә уҡырға ебәрә. Егет уны тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай, рус теленән генә бер дүртлеһе була.

Уҡыуҙан һуң Абдрахман Стәрлебашҡа эшкә ҡайта. 1920 йылда Башҡорт Үҙәк кооперативтар Союзы булдырыла һәм 1938 йылдан алып уның тормошо ҡулланыусылар кооперацияһына тығыҙ бәйле була. Дәртле, инициативалы һәм булдыҡлы белгесте СССРҙың Халыҡ ер комитетының Башҡорт АССРы буйынса идаралығына эшкә саҡыралар һәм Миәкә районы буйынса уполномоченный итеп тәғәйенләйҙәр, ә дүрт йылдан уны Дәүләкән районына ебәрәләр.

Һуғыш башланғас А.Ҡәипов бер нисә тапҡыр фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә бронь биреп, уны алмайҙар, сөнки ул үҙ урынында, үҙ һөнәре буйынса кәрәк була.

1945 йылда Абдрахман Хәбибрахман улы уңышлы һәм һөҙөмтәле эше өсөн СССРҙың БАССР буйынса Халыҡ ер комитетының икенсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм бер үк ваҡытта малсылыҡ секторы начальнигы бурыстарын да үтәй, ә 1953 йылда - Әҙерләүҙәр идаралығы начальнигы урынбаҫары була. 1955 йылдан алып ул Башҡортостан ҡулланыусылар Союзының әҙерләүҙәр буйынса рәйес урынбаҫары - әҙерләүҙәр идаралығы начальнигы вазифаһын биләй.

1963 йылда Абдрахман ағай хаҡлы ялға сыға. Уның хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыуҙарҙы уҡып: «Алыҫ төпкөл ауылдан сыҡҡан кеше тырышлығы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы, эшһөйәрлеге арҡаһында шундай бейеклектәргә үрләгән. Ил өсөн ауыр ваҡыттарҙа сәләмәтлеген аямай, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә Тыуған иле мәнфәғәтендә эшләгән»- тип уйлайым. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «В.И.Лениндың тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн», «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалдары, «Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.

Абдрахман Хәбибрахман улы изге күңелле, ярҙамсыл кеше булды. Ул туғандарына һәр даим ярҙам ҡулы һуҙҙы, барыһын да хәстәрләй торғайны. Өфөгә эш менән килгән туғандары ғына түгел, ауылдаштары ла уның фатирында туҡтап, ял итеп китә ине. Студент булған сағымда һәр ваҡыт уларҙың фатирында була торғайным. Уларҙың өйөндә һәр саҡ кешеләрҙең күп булыуына ғәжәпләнә инем. Әммә барыһы ла быға өйрәнеп бөткәйне. Ул ғаиләһе менән һәр йәй тыуған ауылына ҡайтып, яҡташтары менән осраша торғайны, улар менән аралашырға, хәл-әхүәлдәрен, яҡындары тураһында һорашырға ярата ине.

Тормош иптәше Хөбәйбә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдары Фаил педагогия институтын тамамлағандан һуң Стәрлебаш ауылында йәшәй һәм эшләй, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе директоры була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең арала юҡ инде. Ҡыҙҙары Венера Башҡортостан ҡулланыусылар Союзы системаһында сауҙа начальнигы була, хәҙер Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Кесе ҡыҙҙары Роза 2 һанлы Өфө урта мәктәбендә директор булып эшләй, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Абдрахман Хәбибрахман улының ейән-ейәнсәрҙәре хәҙер юғары уҡыу йорттарында белем ала.

Йомағужа ауылында тыуып-үҫкән һәләтле һәм бер үк ваҡытта ябай егеттең ҡыҫҡаса тормошо ошондай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Абдрахман Хәбибрахман улы ҡул ҡаушарып ултырмай, йәмәғәт эше менән шөғөлләнә, йәштәр менән осраша. Һәләтле кеше булараҡ, ул шиғырҙар ижад итергә ярата. Төрлө байрамдарҙа, юбилейҙарҙа йыш ҡына үҙенең шиғырҙарын бүләк итә. Рус, туған башҡорт телендә бик күп уҡый. Ул изге күңелле һәм яҡты кеше булып хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ.

Тыуып үҫкән ил, әсә теле,

Ҡалай ғәзиз була кешегә.

Торһам да мин алыҫ-алыҫтарҙа,

Йомағужам инә төшөмә.

Һағынам мин буйлау буйҙарын,

Осо суҡлы ҡулдарҙы.

Хәтеремдә ауыл ҡарттарының,

«Хәлең нисек» тигән һүҙҙәре.

Йөрәгемә ят юлдарҙы урап,

Үткәрһәм дә күпме йылдарҙы.

Ҡайҙы йөрөп, ҡайҙа йәшәһәм дә,

Онотманым тыуған ер-һыуҙы.

Йәнде тартҡан шул ерҙәргә,

Һай, ҡайтып китһәң ине.

Еләгенән, һыуҙарынан,

Бер ауыҙ итһәң ине.

Бер күреүе бер ғүмер бит,

Туйғансы күрһәм ине.

Йәмле муйыл урмандарын,

Бер гиҙеп йөрөһәң ине.

Читайте нас