Ҡабаҡ – баҡсаларыбыҙҙа киң таралған йәшелсә. Күптәр уны үҫтереүе еңел булғаны өсөн дә үҙ итә. Ҡабаҡ бик файҙалы йәшелсә булараҡ ризыҡҡа ҡушыла, ә уның орлоғон киптереп ашайҙар.
Стәрлебашта йәшәүсе Мәғҙәниә апай Ғәббәсова йыл һайын баҡсаһында ҡабаҡ үҫтерә. Бер ҡабаҡты асҡас, орлоҡтарғағы ниндәйҙер «яҙыуҙар» уны ғәжәпләндерә. Ғәрәп телен белеүсе бер нисә кеше уларҙың береһендә «Бисмиллаһ» һүҙен уҡый. Шуныһы ҡыҙыҡлы, яҙыуҙар төрлөсә. Улар әйтеүенсә, барлыҡ орлоҡтарҙы бергә йыйһаң, бәлки ҡабаҡта Ҡөрьәндән берәй аят яҙылғандыр. Әммә орлоҡтарҙың күбеһен Мәғҙәниә апай ҡыҙыҡһыныусыларға таратҡан. Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡабаҡтан бешерелгән ризыҡтарҙы бик яратҡан тиелгән хәҙистәр бар, шуға күрә орлоҡтарға Ҡөрьән аяттары яҙылғандыр тигән уй бар.
Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт беҙҙе бындай мөғжизәләре менән ғәжәпләндерә. Бары тик иғтибарлы һәм ҡыҙыҡһыныусан булырға кәрәк.