Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ғинуар 2021, 02:00

Күңелемә яҡын кешеләр

Айҙарҙы, йылдарҙы артта ҡалдырып, ваҡыт ҡуласаһы әйләнә лә әйләнә. Хәтер йомғағы һүтелеп, үткәндәге төрлө хәлдәр, күңелгә ҡәҙерле кешеләр иҫкә төшә. Минең өсөн дә йәшлегем үткән Ҡуғанаҡбаш ауылы, шулай уҡ тәүге хеҙмәттәштәрем һәм остаздарым Н.М.Абдрахманова минән З.Р.Ғәлиева - бигерәк ҡәҙерле.
1965 йыл. Мәктәпте тамамлап, ситтән тороп университетҡа уҡырға ингәс, ниндәй ҙә мәктәптә лаборант йәки китапханасы эшен һорап, район мәғариф бүлегенә барҙым. Мине Ҡуғанаҡбаш ауылына декрет ялында булған рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нажия Мирғәли ҡыҙы Абдрахманованың урынына эшкә ебәрҙеләр. Мин, әлбиттә, быны көтмәгәйнем, һәм ҡурҡып ҡына ризалаштым, ул ваҡытта эшһеҙ ятырға ярамай ине.
Шулай итеп, минең беренсе эш көнөм Уҡытыусылар көнө менән тура килде. Уны бөгөнгөләй хәтерләйем. Тантанала коллективты колхоз рәйесе Йыһанур ағай Иҫәнғужин ҡотланы. Ул барыһына ла, айырыуса, яңы эш башлаған йәштәргә: миңә һәм Әнүәрә Садиҡоваға уңыштар теләне. Әммә миндә байрам ҡайғыһы юҡ ине. Мин тиҙ генә Нажия Мирғәли ҡыҙына йүгерҙем. Ул көләс йөҙлө, һөйкөмлө генә, тыныс тауышлы йәш ҡатын булып сыҡты. Миңә китаптар биреп, дәрес, тематик һәм тәрбиәүи пландарҙы нисек төҙөргә кәрәклеген ентекле аңлатты ул. Үҙенең алтынсы класс уҡыусылары тураһында ҙур йылылыҡ менән һөйләне, иртән шул класта минең дәрес ине.
Тәүге тапҡыр класс таҡтаһында дата, тема, миҫалдар һәм өйгә эште яҙғанда ҡулдарым һәм тубыҡтарым ҡалтырауын әлегеләй хәтерләйем. Әммә балалар шул тиклем иғтибарлап тыңланы, тыныс ҡына яҙҙы, уҡыны һәм Нажия Мирғәли ҡыҙы кеүек үк (мин аҙаҡ уға дәрестәр, кластан тыш эштәр буйынса кәңәшләшергә күп тапҡырҙар йөрөнөм) изгелекле булды.
Мәктәптә дәрестәр менән миңә 7-8 кластарҙа рус телен алып барған Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Ғәлиева ярҙам итеп, дәрестәренә инеп ултырырға рөхсәт итте. Артабан беҙ бергәләп уны тикшерҙек, һығымталар яһаныҡ. Ул үҙенә ныҡ ышаныусан һәм минең ҡарашҡа, йәш булыуына ҡарамаҫтан, үтә етди ине. Балалар уны ауыҙҙарын асып тыңлай ине. Уға ҡарап үҙемә ышаныс тыуҙы, ҡыйыуланып, шәбәйеп киттем. Ә уның яҙыуы бигерәк матур ине! Нәҡ уҡытыусыларҙыҡы! Бына шулай башланды минең педагогик хеҙмәт стажым. Миңә мәктәптә эшләүе оҡшай ине: кисәге уҡыусы ғына булһам да, уҡыусыларымдың, уларҙың ата-әсәләренең ихтирамын тоя инем. Һәм мәктәп - минең тормошом, тип ҡарар иттем. Артабан да минең юлымда тик һәйбәт, изге күңелле кешеләр осрап торҙо.
Шулай итеп, тәүге тәжрибәм һәм остаздарым минең артабанғы тормош юлын билдәләне. Мин уларға ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм һәм ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәүҙәрен теләйем.

Читайте нас