Һуңғы ваҡытта аттарҙы төкөтөү осраҡтары йыш күҙәтелә. Ә был көндәрҙә Ишембай - Красноусол трассаһының Ғафури районы биләмәһе өлөшөндә «Опель Корса» автомобиле менән идара иткән водитель юл аша сабып сығып барған мышыны төкөтә. Һөҙөмтәлә йәнлек фажиғә урынында йән бирә, ҡырҡ йәшлек пассажир ҡатын ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тиҙлекте арттырмаҫҡа, юлдарҙа иғтибарлы булырға саҡыра.