Төрлөһөнән
12 Января 2020, 11:33

Педагогтарҙы фельдшер ҙа итмәкселәр

Дәүләт Думаһы уҡыусыларға тәүге медицина ярҙамын күрһәтеүҙе уҡытыусыларға йөкмәтеү хаҡында закон проектын ҡарай.

Әлбиттә, уҡыусы бала яҙмышы тураһында һүҙ алып барғанда, ваҡытында күрһәтелгән ярҙам ғүмерҙе һаҡлап ҡала, тиергә була. Мәҫәлән, “Тиҙ ярҙам” килеп еткәнсе, яһалма һулыш алдырыу йәки ҡанды туҡтатыу.
Был закон проекты тураһында фекер алышыу бик ҡыҙыу һәм бәхәсле уҙҙы. Уға бик күптәр ҡаршы сығыш яһаны. Әлеге законды ҡабул итеп, былай ҙа отчеттарға күмелгән уҡытыусыларға тағы бурыс өйгәнсе, һәр мәктәпте үҙенең медицина хеҙмәткәрҙәре менән генә тәьмин итергәлер?
Ай-һай, уҡытыусылар ярҙамында илдәге табиптар етешмәү проблемаһын еңел генә хәл итмәксе был депутаттар...
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Pedagogtar-i-feldsher-a-itm-ksel-r-69534/
Читайте нас