Төрлөһөнән
12 Января 2020, 11:27

Архитектура ҡомартҡыһын һүткән өсөн - 25 млн

10 ғинуарҙа Өфөнөң Ленин районы суды архитектура ҡомартҡыһы һаналған йортто һүткән өсөн хужаларынан 25 млн түләтеү тураһындағы ҡарарҙы ғәмәлдән сығарҙы.

Финат менән Гөлнур Ниғмановтар баш ҡаланың Нехаев урамынан ере менән иҫке йортто һатып ала. Һатыусы хужа , был хаҡта белһә лә, а уның архитектура ҡомартҡылары иҫәбенә индерелеүен әйтмәй. Һатып алыусылар емерелергә торған бинаны емереп ташлауҙары була, БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығынан вәкилдәр килеп тә етә. Уларҙы ҡомартҡыны юҡҡа сығарғаны өсөн судҡа ла бирәләр. Ниғмановтаға суд бинаны тергеҙер өсөн 25 млн һум түләтеү тураһында ҡарар сығара.
Табиптар ғаиләһе был ҡарар менән килешергә теләмәй. Сөнки бинаның статусы тураһында бер ҡайҙа ла мәғлүмәт юҡ. Һүткән хәлдә лә, ошоғаса Өфөлә архитектура ҡомартҡылары икәнлеген белә тороп, рөхсәт алмайынса күп ҡатлы йорттар һалыу өсөн иҫке йорттарҙы боҙоп ташлаған төҙөлөш ойошмаларына ҙур күләмдә штрафтар һалғандары булмаған. Милек хужаһының да мәнфәғәте иҫәпкә алынырға тейеш.
Суд был эште яңынан ҡараясаҡ.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Arhitektura-omart-i-in--tk-n-s-n-25-mln-69578/
Читайте нас