Табиптар уға операция яһаған. Әле ҡатын да, балаһы ла үҙҙәрен һәйбәт тоя.
Операцияны анестезиолог-реаниматологтар Евгений Кукушкин һәм Владислав Романов, акушер-гинекологтар Альберт һәм Лиана Савиндар, 8-се ҡала дауаханаһы хирургы Алексей Широбоков эшләгән!
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин табиптарға рәхмәт белдерҙе. Бына улар үҙ эшенең оҫталары!
P.S. Ҡатындың нисек йәрәхәтләнгәнен белмәйбеҙ. Эске эштәр министрлығынан аңлатма көтәбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров