Төрлөһөнән
10 Января 2020, 08:45

Хәләл ризыҡ

Хәләл ризыҡ мәсьәләһенә иғти­барһыҙ булырға ярамай. Шәриғәт ҡанундарына ярашлы, кәсеп итеп табылған хәләл ризыҡ – Илаһи нур сығанағы.

Боронғо бер ваҡиға: Сәхл бин Абдулла Тустери берәүгә һарыҡ һата. Бер аҙҙан теге бәндә һарыҡты кире алып килә һәм Сәхлгә әйтә: «Һарығыңды кире ал, ул үлән ашамай!».
Оло йөрәкле Тустери унан һорай: «Ниңә ул үлән ашамай тип уйлайһың?».
Теге былай ти: «Мин уны үлән ашаһын өсөн яланға сығарҙым, ә ул ҡабып та ҡараманы».
Тустериҙың яуабы былай була: «Эй, хөрмәтлем! Һин яңылышҡанһың! Беҙҙең һарыҡтар кеше баҫыуынан ризыҡ­ланмай, бар ҙа үҙ аҡсаңа уға бесән һатып ал!».
Әҙәм был кәңәшкә ҡолаҡ һала, һәм һарыҡ ашай башлай.
Тимәк, хужаның хәләл ризыҡ мәсьәләһенә етди ҡарауы тора-бара хужалығындағы хайуандарға ла күсә.
Хәләл ризыҡ – тормошоң төҙөклөгө, күңелең тыныслығы, ҡәлбең паклығы, ғибәҙәттәреңдең хошуғ менән ҡылыныуы тәүшарты. Хәрәм ризыҡ, ағыу һымаҡ, тормошоңдо бар яҡлап та ағыулай, ҡаҡшата һәм йөрәгеңде һағыш менән тултыра. Фани донъялағы һәм әхирәттәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәләләр, хурлыҡ һәм кәмһетелеүҙәр – хәрәм ризыҡ ейеүҙең һөҙөмтәһе.
Хәләл милек һәм ризыҡ – Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәт ҡапҡалары. Милкенә һәм ризығына хәрәм ингәнде үкенестәр һәм ҡазалар һағалап тора. Әгәр милек, байлыҡ һәм балалар-ейәндәр Йәнәбе Хаҡҡа бағыш­ланмайынса, уның күңелен яулап алһа, һөҙөмтәһе аяныс булыр. Мәүләнә Руми (ҡуддиса сирруху) бындай хәлде шулай тасуирлай: «Карап трюмына эләккән һыу уны батырасаҡ. Ә карап аҫтындағы һыу уны тотоп торасаҡ һәм алға алып барасаҡ».
«Йөрәгенән ер байлыҡтарына һөйөүҙе алып ташлап, Сөләймән бәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) әйткән: «Мин – фәҡир. Ә фәҡир фәҡирҙәр араһында булырға тейеш!» һәм юғары дәрәжәләргә күтәрелгән».
Башҡаларҙан тартып алынған хәрәм аҡсанан зәҡәт түләнмәй, саҙаҡа бирелмәй... Был аҡса – фани донъялағы һәм әхирәттәге язаларға сәбәп кенә.
Хәләл ризыҡ әҙәм тәнен аҡыл, ғилем һәм рухи мәғрифәт менән тултыра, Аллаға һөйөү уята һәм Йәнәбе Хаҡтың үҙ ҡолон һөйөүгә сәбәпсе була...
Бойҙай сәселгән ерҙә арпа үҫеп сыҡмаҫ, ә арпа сәселгән ерҙә кукуруз үҫмәҫ, организмға ингән физик һәм рухи аҙыҡтың һөҙөмтәһе лә шундай уҡ. Әгәр тәнде Алланы таныу һәләтен биргән хәләл ризыҡ менән туҡ­ландырмаһаң, әҙәм ҡәлбе рухи байлыҡты үҙенә туплай алмаясаҡ һәм ғибәҙәттәрен дә ул хошуғ менән ҡыла алмаясаҡ.
Изге ҡудси хәҙистәге Аллаһы Тәғәлә һүҙҙәренең серенә тәрән төшөнөү лазым: «Хәрәмдан ҡасҡандарҙан хисап­лама талап итергә ояласаҡмын».
Мөьмин ҡайҙа ғына йәшәһә лә, хәләл ризыҡ табыу сараһын күрергә тейеш, сөнки хәләл ризыҡта ғына ҡолға, үҙен юғары хистәр һәм хикмәт менән биҙәп, донъя ығы-зығыһынан азат булып, хәҡиҡәт юлынан барырлыҡ, Илаһи яҡтылыҡҡа сығырлыҡ энергия бар.
«Хәләл» менән «хәрәм» араһында «шиклеһе» бар, хәрәмдән һаҡланған кеүек, унан да тайшанырға кәрәк, сөнки «шиклеһе» – Алланың хәрәм урманы, кем унда инә – һәләк була.
Алла Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә әс-сәлләм): «Һис шикһеҙ, хәләл һәм хәрәм билдәле. Әммә улар араһында шик тыуҙырған, кешеләр белмәгән нәмәләр бар. Шикле нәмәләрҙән ҡасҡан әҙәм үҙенең намыҫын һәм иманын һаҡлап ҡала. Шиклегә тотонғандар хәрәмгә төшә. Инеү ярамаған баҫыу янында мал көткән көтөүсе һымаҡ улар. Белеп ҡуйығыҙ: һәр хакимдың инеү ярамаған биләмәһе бар. Алланың тыйылған биләмәһе – Ул хәрәм ҡылған нәмәләр», – тигән (Бухари, Иман, 39; Мөслим, Мусаҡат, 107).
Гонаһтар йөрәкте ҡараңғылыҡҡа сорнай, тупаҫландыра, һиҙгерлектән мәхрүм итә. Йөрәк менән бәйле күп ауырыуҙың сәбәпсеһе – хәрәм ризыҡ. Ризыҡ менән ингән матдәләр ҡырҡ көн буйы организмда уралып йөрөй, шуға күрә хәрәм ризыҡ ейгәндең доғаһы ҡырҡ көн буйы ҡабул ителмәй һәм шундайҙар йөрәк ауырыуҙарынан күберәк яфа сигә. Хәрәм ризыҡ менән туҡланыу кешенең рухиәтен ағыулай һәм ғибәҙәттән ләззәт алырға мөмкинлек бирмәй.
Йә, Алла! Хәләл юл менән табылған хәләл ризыҡ бир беҙгә һәм изге ғәмәлдәр ҡылырға беҙҙе лайыҡлы ит!

Нуриман Мусин.
(“Мөхәббәт сере” китабынан).

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Т. АМАНОВ
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/iman/kh-l-l-rizy/
Читайте нас