Баш ҡала хакимиәте шундай маҡсатта ер биләмәһен ҡуртымға бирергә һатыу иғлан итә. Был мәғлүмәт уларҙың сайтында 30 декабрҙә урын алған. Яҙылыуынса, аукцион 7 февралдә үтә, аренданың иң түбән хаҡы йылына 8700 һум тәшкил итәсәк.
Ергә ҡуртым килешеүен төҙөү хоҡуғына аукционды Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы үткәрә. Ул ер биләмәһе ҡаланың Петергоф урамында, майҙаны – 127 кв.м.
Ерҙе ҡуртымға алыусы унда оранжерея, зоопарк, баҡса-парк комплексы, ҡышҡы баҡса, тематик парк төҙөргә хоҡуҡлы. Ул шулай уҡ биләмәне һәм туҡталҡаны йәшелләндерергә, яҡтыртырға бурыслы. Санитар-һаҡлау зонаһында торлаҡ йорт, һауыҡтырыу учреждениеһы, баҡса-йәшелсәселек ширҡәте, етештереү объекттары төҙөү тыйыла.
Ҡаланың төньяҡ яғында йәшәгән халыҡ өсөн бик әһәмиәтле һәм кәрәкле буласаҡ ул маҡсатлы төҙөлөш.