Төрлөһөнән
10 Января 2020, 08:47

Былтыр Башҡортостанда хайуандарҙың 15 ҡотороу сире осрағы теркәлгән

Был сир буйынса эпизоотик хәлдең киҫкенләшеүе һөҙөмтәһендә төбәктә ҡотороу инфекцияһының таралыу ҡурҡынысы бар тип Россельхознадзорҙың төбәк идараһы хәбәр итә.

Былтыр ике миллион баш ауыл мал-тыуар, эт-бесәй вакциналанған. Эш һөҙөмтәле булһын өсөн республикала ҡотороуҙы иҫкәртеү маҡсатында көндәр иғлан ителгән. Быларҙың барыһына ла федераль бюждеттан аҡса бүленгән.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, ҡотороу (рабиес) йоҡтороп, йыл да тиҫтәләрсә мең кеше һәләк була. Сир билдәләре күренгән эттәр тешләгән 10 кешенең дүртәүһе - ул 15 йәшкә тиклемге балалар. Һәр 10 минут һайын ҡотороу инфекцияһынан бер кеше үлә, леталь осраҡтар Азия һәм Африкала йышыраҡ теркәлә.

Былтыр яҙғыһын Бүздәк районының Ҡаҙакпар-Ҡобау ауылында йәшәгән иргә сирле һеләүһен һөжүм итте.

Фото: Т.Аманов

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Biltir-Bash-ortostanda-hayuandar-i-15-otorou-sire-osra-i-terk-lg-n-68924/
Читайте нас