Төрлөһөнән
10 Января 2020, 06:05

Һалдаттың үлемендә һорауҙар бик күп...

Хабаров крайында хеҙмәт иткәндә яҡташыбыҙ, 21 йәшлек Андрей Михайлов 5 ғинуарҙа вафат булған.

Уның кәүҙәһен тимер юлында танымаҫлыҡ хәлдә тапҡандар. Хәрби частән хәбәр итеүҙәренсә, егет үҙенә үҙе ҡул һалған. Тик уның яҡындары быға ышанмай.
Андрей Бикин ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт иткән. Һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә йөрөгән. Шулай уҡ туғандары белдереүенсә, уның ҡайһы бер хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәре еңелдән булмаған.
Балаһының үлеме тураһында ата-әсә Андрейҙың йөрөгән ҡыҙы шылтыратҡас ҡына белгән. Ул егеттең кәүҙәһен социаль селтәрҙәрҙә фотола күреп ҡалған һәм арҡаһындағы татуировка буйынса таныған икән. Ә бына егет хеҙмәт иткән хәрби частә фажиғә тураһында яҡындарына хәбәр итеп тә тормағандар. Андрейҙың апаһы Лидия Б. белдереүенсә, уны тиҙ генә үткән көн менән хеҙмәтенән ҡыуғандар. Был эш хаҡы түләмәү һәм уның кәүҙәһен алып ҡайтыуға бәйле сығымдарҙы ҡапламаҫ өсөн эшләнгән тигән фекерҙә улар. Хәҙер ата-әсәгә улының кәүҙәһен үҙ аҡсаларына алып ҡайтырға кәрәк. Был турала "Горобзор" интернет баҫмаһы хәбәр итә.
“Уны поезд менән алып ҡайтырға ҡушмайҙар, тик самолет менән генә рөхсәт ителә. Бының өсөн 150 мең һум самаһы аҡса кәрәк. Был хәрби частә ошондай тәүге осраҡ түгел тиҙәр. Ни эшләргә лә белмәйбеҙ”, – ти егеттең апаһы.
Андрей, туғандары белдереүенсә, быйыл йөрөгән ҡыҙы менән бергә ҡайтырға тейеш булған. Уның хеҙмәте контракт буйынса быйыл тамамланырға тейеш икән.
“Андрейҙың үлеме осраҡлы түгел. Ул ҡыҙыҡайын оҙатҡан һәм кире нарядҡа барам тигән, тик хәрби часткә барып етмәгән. Тимер юлдары янында уны туҡтатҡандарҙыр. Беҙ был осраҡта дөрөҫлөк эҙләйбеҙ һәм ғәйеплене язаға тарттырырға теләйбеҙ”, – ти уның яҡындары.
Аңлашылмаған һәм буталсыҡ хәл. Ғаиләгә ни эшләргә? Бик ауыр. Әле республика халҡы уларға ярҙам булһын тип аҡса йыйыша ла башлаған. Тик уның менән генә файҙа булырмы? Ә иң мөһиме, өҙөлгән йәш ғүмерҙе кире ҡайтарып булмай...
фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева

Читайте нас