

Ауыл кешеләре әйтеүенсә, билдәһеҙ йәнлек былтырғы октябрь айынан бирле төндә килеп, йорт ҡошон ҡырған.
"Тәүҙә ул ике күршемдең тауыҡтарын үлтереп бөттө, декабрҙән бирле беҙгә килә башланы. Дүрт тауыҡтың башына етте. Беҙ түҙмәнек, ҡапҡан ҡуйҙыҡ. Был йәнлек чупакабра түгел, уны һунарсылар шәшке тип таныны" тип һөйләгән Айгөл исемле ҡатын.
"На земле Салавата" гәзите белдереүенсә, Ҡалмаҡтар ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан. Ә шәшкеләр һыуҙа йәшәй. Хәҙер ауыл халҡы ҡош-ҡортҡа бер кем дә теймәҫ тип белдерә.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән