Төрлөһөнән
8 Января 2020, 10:43

Ир ҡанаты – ат

Кешенең ат менән дуҫлығы беҙҙең эраға тиклем 5000 йыл элек башланған.

Көньяҡ индеецтары атты “Оквилаупаракламарукоаллунакланата” тип йөрөтә.
Был йәнлек сәғәтенә 60 километр тиҙлек менән саба һәм 2.5 метрға тиклем һикерә ала, баҫып йоҡлай.
Ат күҙ, морон, ирен, ҡолаҡ тирәһендә урынлашҡан оҙон төктәр ярҙамында һиҙә. Ул яҡындан яҡшы, ә алыҫтан насар күрә. Ҡояшҡа күҙе сағылмай. Баҡтиһәң, был хайуан алда, уңда, һулда, аҫта, өҫтә һәм артта (!) нимә барын тигеҙ күрә.
Уның иң ҡурҡҡаны — бал ҡорто. Әгәр ҙә бер юлы тиҫтәләгән бал ҡорто һөжүм итһә, ат үлергә мөмкин.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Т. АМАНОВ
Йәшлек гәзите.
Читайте нас