Сабый балалар бүлмәһенә инеп киткән. Бер аҙҙан ата-әсәһе уны эҙләй башлаған. Тик өлкәндәр бәләкәсте үле килеш тапҡан.
Баҡһаң, бала трансформер-карауат эсенә йәшенгән булған, ә мебель үҙенән-үҙе ябылған. Сабый, һауа етмәүҙән, йән биргән.
Был ғаилә имен тип иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта енәйәт эше асылған, прокуратура тикшереү алып бара.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова