Төрлөһөнән
7 Января 2020, 06:58

Салауат районында бүреләр тай менән бейәне тамаҡлаған

Малҡайҙарҙың ҡалдыҡтары Семиряковка-Торналы-Лағыр-Мөрсәлим юлы буйында табылған тип хәбәр итә "На земле Салавата" район гәзите.

Унда шулай уҡ: "Не доезжая около двух километров до села Лагерево, мы обнаружили рядом с дорогой следы нападения на лошадей", — тип фажиғә урынына барып юлыҡҡан ҡатындың һүҙҙәрен яҙғандар. Бейәне тамаҡлаған урында ҡанлы эҙ һәм бүре тәпәйҙәре эҙҙәре тороп ҡалған. Тай үлгән, йыртҡыстар уны ашамаған. Әйтергә кәрәк, быйыл ошо төбәктә бүреләрҙе йыш күргәндәр, уларҙың һаны артыуы ихтимал. Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Йәшлек гәзите
Читайте нас