Төрлөһөнән
7 Января 2020, 09:03

Үлем эҙләмәгеҙ! Аҡыллы булығыҙ!

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу нимәгә килтерә?

Социаль сайттарҙағы видеояҙмаларҙы, фотоларҙы ҡарап таң ҡалырға мөмкин: кешеләр үлем эҙләп йөрөй кеүек. Хатта яҡын кешеләренең һаулығы хаҡында ла уйланмайҙар.
Салауат ҡалаһында бер ирҙең тюбингты машинаһына тағып, улын һөйрәтеп йөрөгән яҙма ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Сөнки видеонан күренеүенсә, тюбингтағы бала саҡ-саҡ үткенсе машиналарға бәрелмәй ҡала.
Тыйылған урындан юл аша сығыусы ир машинан тапалып мәрхүм булған. Был хәл баш ҡалала теркәлгән.
Байрам көндәрегеҙ бәхетһеҙлеккә әүерелмәһен өсөн һаҡ булығыҙ!
Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
Йәшлек гәзите.
Читайте нас