Төрлөһөнән
7 Января 2020, 08:58

Башҡорт йырсылары - симфоник оркестр оҙатыуында!

"Бәйләнештә" селтәрендә Рита Өмөтбаеваның сәхифәһенән алдыҡ:

- Ҡәҙерле дуҫтар!!!
Бик күп тамашасыларҙың һорауы буйынса 8 ғинуарҙа, киске сәғәт 7-лә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Башҡорт йыры" йырсыларының БР Милли симфоник оркестры менән булған концерты ҡабатланасаҡ!
Дирижер Дмитрий Крюков етәкләгән музыкаль коллективта 80 төрлө музыка ҡоралы бар, ул башҡорт йырының моңон икенсе кимәлдә яңғырата. Ә сәхнәлә ошо моңдоң бөтә аһәңен иң көслө, иң һәләтле йырсылар башҡарасаҡ. Тере тауышты тыңлау ҙур кинәнес.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Йәшлек гәзите.
Читайте нас