Төрлөһөнән
7 Января 2020, 06:13

"Алтын малай" тиһәк тә була!

Йәмил Баймырҙинды яҡташтары ҡолас йәйеп ҡаршы алған

Башҡортостандың ғына түгел, Татарстандың да билдәле эстрада йондоҙо Ябай малай Яңы йылдың тәүге көндәрендә үк тыуған яғына - Хәйбуллаға ҡунаҡҡа ҡайтты. Уңы тәүҙә район хәкимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡабул итте. Артабан Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда ойошторолған "Йондоҙло осрашыу" кисәһендә ҡатнашты.
Шулай уҡ Йәмилде тыуған ауылы- Байғусҡарҙа ата-әсәһе лә көтә ине. Атай йортонда ял итеп, артабан ижад итергә көс-ҡеүәт тупланы ул.
Фото йырсының сәхифәһенән алынды.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
Йәшлек гәзите
Читайте нас