«Нексия» автомобилен Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 51 йәшлек ир идара иткән. Ул һәм уның 58 йәшлек ҡатыны ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле тикшереү алып барыла, алдан билдәле булыуынса автомобиль боҙло юлда ситкә шыуып төшөп китә һәм унда ағасҡа бәрелә.