Төрлөһөнән
6 Января 2020, 14:41

Күрәҙәләр билдәле спортсыларҙы ла алдай

Фигуристка Аделина Сотникова, шәхси тормошон яйға һалам тип, миллиондарҙан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

"Күрәҙәлек хеҙмәтен" күрһәтеүсе аферистар төркөмө бөгөн ҡулға алынған. Тик уларҙың етәксеһе - банданың ойоштороусыһы Украинаға ҡасып эҙ юйған. Был ҡатын федераль эҙләүгә иғлан ителгән.
Аделина һуңғы тапҡыр 2015 - 2016 шыуыу миҙгелендә сығыш яһаған. Ҡыҙҙың, күрәһең, карьераһы ғына түгел, шәхси тормошо ла алға бармаған. Сөнки спортсы "бағымсылар"ҙан ике миллион һумға алданған.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Йәшлек гәзите
Читайте нас