Файҙаһы
Мандарин С витаминына бай. Ул һыуһауҙы баҫа, депрессия ваҡытында бик файҙалы. Күңел болғанғанда ашарға кәңәш итәләр. Шулай уҡ ҡан тамырҙарындағы холестеринды кәметә. Йүтәлдән мандарин ҡабығынан эшләнгән төнәтмә ярҙам итә. Бының өсөн мандаринды йыуып әрсеп, ҡабығын ике стакан һыуға һалып ҡайнатырға. Һыуынғас, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә кәрәк.
Зыяны
Аллергиялы кешеләргә мандаринды самаһын белеп ашарға кәрәк.
Ашҡаҙан йәрәхәте булғанда, шәкәр диабетлы кешеләргә был емеш кәңәш ителмәй.