Төрлөһөнән
31 Декабря 2019, 08:00

Подъездар күҙгә күренеп үҙгәрәсәк

Кем әйтмешләй, ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды. Әгәр анығыраҡ әйтһәк, ағымдағы йылдың йәйендә Стәрлебаш ауылы Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйынса 7 һанлы йорттоң ике подъезын ремонтлау буйынса эштәр башҡарылды. Барлығы республика проекты буйынса быйыл йәй биш подъезды ремонтланды. 7 һанлы йорттан, Первомайский ауылында Дуҫлыҡ урамы буйынса 8 һанлы йортта ике һәм район үҙәгенең Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйынса 11 һанлы йортта бер подъездан башҡа.

Ремонт эштәрен "Стәрлебаш Торлаҡ-коммуналь сервис" МУП хеҙмәткәрҙәре (етәксеһе М.Ф.Фәйзуллин) башҡарған. Эшселәр әҙерлек эштәре башҡарған - подъездар стеналарын тигеҙләп һылаған һәм грунтлаған. Һәм тағы ла тәҙрә рамдарын һәм эске ишектәрҙе пластикка, электр үткәргесте, почта йәшниктәрен алмаштырылған, стеналарҙы һәм иҙәнде буяғандар (ағас иҙән), стеналарҙы ағартҡандар. Әйткәндәй, стеналар төҫөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр үҙҙәре һайлаған.
Подъездарҙы ремонтлау менән бер ваҡытта, "Башҡорт йорто" программаһы буйынса, йорт алды территорияларын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған. Эштәр барышында ерҙе тигеҙләп артабан йорт алды территорияһына асфальт түшәлгән. Бында балалар өсөн уйын майҙансығы урынлаштырғандар, кер киптереү зонаһы, яҡтыртҡыс эшләп, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйғандар. Бер һүҙ менән әйткәндә, йорт балалар һәм өлкәндәр өсөн уңайлы булып ҡалған һәм күҙгә күренеп үҙгәргән.
Рәйсә МУСИНА.
А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Һүрәттә: подъезда тигеҙләп һылау һәм грунтлау эштәре бара
Читайте нас