Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Декабрь 2019, 01:00

Өфө тележурналисы– Гиннесс рекордтары китабында

“Вся Уфа” телеканалы хәбәрсеһе Денис Ғәниев бер тәүлектән ашыу, бер туҡтауһыҙ тура эфирҙа каналдың ҡунаҡтары һәм телевизор ҡараусылар менән аралашып, Гиннесс рекордтары китабына ингән.

Был үҙенсәлекле рекордты ҡуйыу өсөн ул 28 декабрҙә, көндөҙгө 12.00 сәғәттә эш башлаған һәм 29 декабрҙә 12.00 сәғәткә тиклем дауам иткән. Тик 24 сәғәт үтеү менән дә ул туҡтамай йәнә бер сәғәт эшләгән.
Был ваҡытта студияла Гиннесс рекордтары китабы вәкилдәре лә булған һәм проект нормаларына ярашлы рекордты теркәп барған.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһы ошо көнгә тиклем Гиннесс рекордтары китабына ни бары бер тапҡыр ғына ингән булған. Көнсығышта Европаның иң ситке географик нөктәһе булараҡ танылған икән ул.
“25 сәғәт тә 01 минут ваҡытын “Вся Уфа” телеканалы алып барыусыһы Денис Ғәниев тура эфирҙа үткәрҙе, - тип яҙған был турала Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин социаль селтәрҙәрҙә. – Минеңсә, ул ихтирамға һәм танылыуға лайыҡ! Афарин! Хәҙер Гиннесс рекордтары китабының рәсми һөҙөмтәһен көтәбеҙ!”
Фото "Вся Уфа" сайтынан.
Читайте нас: