Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Декабрь 2019, 10:50

Сит тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең киләһе йылға ниәттәре

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Bashkir Globe ойошмаһы активистары менән осрашыу үтте. Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова менән Швейцариянан Айһылыу Йәнтүрина-Дарлесс, Гүзәл Усманова-Гобе, Бөйөк Британиянан Айбулат Йәнтүрин, Франциянан Альберт Дәүләтов фекер алышты.

Bashkir Globe сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар менән бергә эш алып бара. Киләһе йылда улар Башҡорт теле йылына ҡарата яңы саралар ойошторорға, студенттарға һәм мәктәп уҡыусыларына халыҡ-ара бөтә донъяға билдәле ойошмалар тураһында һөйләргә йыйына. Әлбиттә, сит ил университетында уҡыған студенттарға ярҙам итеү механизмын да ҡарайҙар.

Фольклориада, йыл һайын үтеп барған Женевалағы башҡорт-татар һабантуйы кеүек саралар тураһында ла һүҙ барҙы.
Фото:из сайта Всемирный курултай башкир
Читайте нас: