Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2019, 12:13

Ғалимдарға дәүләт премиялары тапшырылды

Өфө ҡалаһында фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.

Дүрт коллективтың эше юғары баһаға лайыҡ булды. Лауреаттарға бүләктәрҙе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тапшырҙы. Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы республикала ике йылға бер тапҡыр бирелә. Уның күләме – 500 мең һум. Быйыл конкурс комиссияһы төрлө тармаҡтан 13 ғаризаны ҡараны. Лауреат исеменә дүрт коллектив лайыҡ булды. Улар техноген ҡалдыҡтарҙы утилләштереү, нефть скважиналарын диагностикалау, ашҡаҙан аҫты биҙен һәм бауырҙы дауалау өлкәһендә яңы технологиялар уйлап табыусылар.

Фото: Башинформ.

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/alimdar-a-d-l-t-premiyalari-tapshirildi-56342/
Читайте нас: