Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2019, 13:55

Күпте күргән, күпте кисергән...

Әсәй...Был бөйөк исемдә күпме һөйөү, наҙ бар. Һәр кемгә лә үҙ әсәһе ҡәҙерле булған кеүек, миңә лә әсәйем Зәкиә Йәнғужа ҡыҙы Аҡкөбәкова бик тә ҡәҙерле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәшәү сығанағы. Күптән түгел ул 90 йәшлек юбилейын билдәләне.

Уның бала сағы йәмле Күндерәк йылғаһы буйындағы Йәлембәт ауылында үтә. Күпте кисергән илебеҙ тарихындағы барлыҡ ваҡиғалар уның да иңенә төшә. Ата-әсәһенең тырышлығы менән ғаилә асҡа интекмәй. Йәнғужа иген үҫтерә, мал аҫрай. Әммә илдә коллективлаштырыу башланыу менән, бындай крәҫтиәндәргә «кулак» мөһөрө тағып, һөргөнгә оҙаталар. Был ваҡытта уларҙың ғаиләһендә ике бала - улдары Сынтимер менән ҡыҙҙары Зәкиә үҫә. Зәкиәгә ни бары өс йәш кенә була. Әсәйҙәре Минһылыу балаларҙы яңғыҙы үҫтерә. Иренән бер ниндәй ҙә хәбәр булмай.
Илдә Бөйөк Ватан һығышы башланғас, 17 йәшлекк Сынтимерҙе фронтҡа алалар. Минһылыу колхозда эшләй, йортонда ла хәстәрлектәр етерлек була. Ауыр эштәр уның сәләмәтлеген ҡаҡшата һәм 1943 йылда ул ауырып яҡты менән хушлаша. Шулай итеп, Зәкиә 14 йәшендә етем ҡала. Ҡыҙҙы тәүгеләрҙән булып ФЗОға ебәрәләр. Уҡытыуҙың бындай төрө эшсе һөнәрҙәрҙе әҙерләү өсөн ойошторола. Унда, нигеҙҙә, 16-17 йәшлек ауыл йәштәрен алалар. Зәкиә менән бергә тирә-яҡ ауылдарҙан да бер нисә йәштәше була. Үҙҙәренең хеҙмәте менән Еңеү көнөн яҡынайтыуҙарын аңлап, ҡыҙҙар тырышып эшләй. Еңеү тураһында шатлыҡлы хәбәр килеү менән улар тыуған яҡтарына ҡайталар. Әммә бында ла еңелдән булмай. Эшсе ҡулдар етешмәү сәбәпле, ҡыҙҙарҙы Белорет районына урман киҫергә ебәрәләр. Әсәйебеҙ һөйләгәндәренән беләбеҙ, унда һәр ҡайһыһына ағас әҙерләү нормаһы бирелә. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә бейек ағастарҙы киҫергә күбеһенең көсө етмәй. Киҫеү бер эш, уларҙы ботаҡтарҙан таҙартырға кәрәк була. Бына шулай айҙар буйына яҙ еткәнсе эшләйҙәр. Ауылға ҡайтыу менән сәсеү эштәре көтөп тора. Ауылдаштары менән бергә баҫыу эштәрендә ҡатнашалар. Ә 1948 йылда әсәйемде Йылайыр районына һал ағыҙыу эшенә ебәрәләр. Ғәҙәттә, бындай эш яҙғы ташҡын ваҡытында башҡарыла. Ағастарҙы һалға бәйләп, йылға буйлап ағыҙалар. Был ауыр эш көс, иғтибарлы һәм түҙемле булыуҙы талап итә. Әсәйебеҙ барлыҡ ҡыйынлыҡтарға түҙә, бер ҡасан да зарланмай.
Ә 1949 йылда ялға ҡайтҡас, ауылдашы Әмирхан менән таныша. Тиҙҙән йәштәр өйләнешә. Ҡәйнәһе Миңлеямал киленен бик ярата, әсәйебеҙ менән улар 24 йыл бик татыу йәшәйҙәр. Әсәйебеҙ фермала һыйыр һауҙы, шәкәр сөгөлдөрө лә утаны. Атайыбыҙ Әмирхан Иҫәнғәли улы колхозда тракторсы булып эшләне. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн БАССР Юғары Советы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ғаиләлә биш балаға ғүмер һәм тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Иркен өй һалып сыҡтылар. Тырыш, мәрхәмәтле, аҡыллы ата-әсәйебеҙ балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, барлыҡ туғандарына ла һәр ваҡыт шат, ҡунаҡсыл булдылар. Уларҙың үҙҙәрен дә ихтирам иттеләр. Бынан тыш, әсәйебеҙ ауыл тарихын яҡшы белә ине. Йыш ҡына уны үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашырға мәктәптә үткән төрлө сараларға саҡырҙылар.
Ҙур хужалыҡта ата-әсәйебеҙ мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраны, баҡса үҫтерҙе. Улар 60 йылдан ашыу бик татыу ғүмер кисерҙе. 2009 йылда бергә йәшәүҙәренең гәүһәр туйын билдәләнеләр. Үкенескә ҡаршы, 2011 йылда атайыбыҙ вафат булды. Бер нисә йыл әсәйебеҙ яңғыҙы ғына йәшәне. Балалары, ейәндәре янына ҡайтып йөрөнө, күршеләре лә ярҙамлашты. Оло йәштә яңғыҙына йәшәүе ауырлашҡас, уны үҙебеҙгә Ишембай ҡалаһына алып килдек. Әлбиттә, әсәйебеҙ ауылды бик һағына һәм беҙ йыш ҡына ҡайтып торабыҙ, туғандарға барабыҙ.
Ошо көндәрҙә йәнә тыуған ауылыбыҙ Йәлембәткә ҡайттыҡ. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флүр Шаһисолтанов, Һарайҫа ауыл биләмәһе вәкилдәре Раушан Байназарова менән Роза Бүләкова әсәйебеҙҙе – 90 йәше, ауылдашыбыз Әлифә Самат ҡыҙы Аҡкөбәкованы 80 йәше тулыу уңайынан ҡотланылар. Уларҙың икеһенең дә тыуған көндәре бер көнгә тап килгән. Ҡунаҡтар юбилярҙарға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау открыткаһын, республика һәм район етәкселеге исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Улар ҡотлауҙар һәм күрһәткән иғтибар өсөн бик шатланып, килгән ҡунаҡтарға рәхмәттәрен әйтте.
Ҡәҙерле әсәйебеҙгә киләсәктә лә ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Фәнүрә ҒИЛМАНОВА.
Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: