Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2019, 14:52

Башҡортостан парламентарийҙары спорт байрамында ҡатнаша

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Иванюта "Сәләмәт быуын - көслө төбәк" проекты буйынса уҙғарылған сарала ҡатнашты.

Был ҙур сара спорт-һауыҡтырыу сараһы ла булып тора. Ул Межгорье ҡалаһында ойошторолдо.

2-се мәктәптә үткән байрам сараһында Иванюта балаларҙы, уҡытыусыларҙы сәләмләп, ГТО нормаларын үтәүселәргә билдә тапшырҙы, ҡаланың спорттың төрлө төрөндә еңеүселәрен, рекордсмендарын да иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.

Ошо сараға ярашлы, баскетбол, бадминтон буйынса күрһәткес ярыштар үтте.

Беләһегеҙ, Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған "Демография" милли проектында спортҡа ла ҙур иғтибар бүленгән. "Спорт - йәшәү нормаһы" тигән проект булдырылды. Уға ярашлы, илдең бөтә граждандарына лафизкультура менән шөғөлләнеүгә шарттар тыуҙырыласаҡ, спорт объекттары һалынасаҡ, резервтар әҙерләнәсәк.

Фото:gsrb.ru

Яңылыҡ авторы: Алһыу ИШЕМҒОЛОВАъ
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostan-parlamentariy-ari-sport-bayraminda-atnasha-53395/
Читайте нас: