Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Декабрь 2019, 12:15

Яңы йыл бүләктәре тартып алынған

Башҡортостанда балалар өсөн тәғәйенләнгән 17 Яңы йыл бүләге һатыуҙан алынған.

Байрам алдынан "Роспотребнадзор" белгестәре, йылдағыса, балалар өсөн Яңы йыл бүләктәренең сифатына дәғүә белдергәндәрҙән ғариза ҡабул итә һәм сауҙа нөктәләре буйлап рейд үткәрә. Бүләктәрҙең сифатына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҡыҙыу телефонға - 8 800 700 90 30 шылтырата ала.
«Сифатһыҙ йәки һаҡланыу срогы сыҡҡан бүләктәр һатып алыныуы йә табылыуы тураһында беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр булманы. Әммә күптән түгел Өфөнөң бәләкәй сауҙа үҙәктәренең береһендә үткәрелгән тикшереү ваҡытында балалар бүләктәрен һатыу буйынса ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланды. Етештереүсе продукцияны маркировкаламайынса һатҡан, унда шулай уҡ аныҡ мәғлүмәт тә булмай сыға: тоҡсай эсенә ниндәй кәнфиттәр, тәм-том, башҡа кондитер изделиеларының күпме күләмдә икәне күрһәтелмәй", - тип хәбәр итә "Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре.
Әле был ваҡиға буйынса административ эш ҡуҙғатылған, 17 балалар бүләге тартып алынған. Әлбиттә, уларҙы юҡ итәсәктәр. Шуныһы мөһим: "Роспотребнадзор" белгестәре һатыуҙан тартып алынған һәр бүләккә анализ үткәреп, уларҙың мотлаҡ санитар талаптарға яуап биреүен асыҡлаған.
Етештереүсе компанияны етешһеҙлектәр менән таныштырғандар, улар хатаны төҙәтергә һүҙ биргән. Шуныһы ҡыуаныслы, балаларҙың һаулығына зыян килмәгән.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: