Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Декабрь 2019, 00:50

Аты түгелеп иланы...

Атайым үлерҙән алда райпола заготовитель булып эшләне - кешенән йөн, тире-маҙар, макулатура йыйҙы. Сивка тигән бейәһе булды. Шул хәтлем һөтө күп булып, көнөнә 4-5 литр ҡымыҙ бешеп ала инек.

Уның Казбек тигән ҡолоно ла булды. Йәйгеһен бесән мәлендә күмерле усаҡҡа ятып, тиреһе янып, яраһы саҡ төҙәлде.

Атайым яман сиргә һабышып түшәккә ятҡас, теге Сивка ҡолоно менән ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Эҙләп тә тапманылар. Атайҙы июндең 27-һе ҡуйҙыҡ. Ҡоро йәй ине, ошо көндә ҡойоп ямғыр яуҙы. Атайҙы ҡуйырға тип тау башына алып киткәс, теге Сивка ҡолоно менән пәйҙә булды. Кәфендәге хужаһы эргәһенә барып түгелеп иланы. Йәше юлаҡ-юлаҡ булып аҡты. Аттың илағанын тәүгә күрҙем. Атайым бик мал йәнле ине - хөкүмәт аттарын да үҙенең балларынан артыҡ күреп ҡараны...

Тағы. Атайымдың Муйнаҡ тигән эте бар ине. Атай үлгәс, ул да ғәйеп булды. Иртәгәһенә зыяратҡа барһаҡ, теге ҡәберҙе соҡоп ҡаҙып ташлаған. Илап, бошоноп йөрөнө лә, тамағына ла йүнләп ашамай, бер көн кәбән төбөндә үлеп ятҡан.

Фото:twitter.com

Автор: Венер Исхаҡов

Читайте нас: