Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Декабрь 2019, 13:10

"Үҙгәрә алмайым һәм береһенән дә ғәфү үтенергә теләмәйем"

“Әсәйем була тороп балалар йортонда үҫкәнемде беләһең бит. Үҙе аҙып-туҙып йөрөгән кеше лә, эскесе лә түгел ул, тик мине балалар йортона тапшырған. Ғүмерем буйы шуға рәнйеп йәшәйем, күңелемә тынғы тапмайым.

“Ҡалған балаларың эргәһенә мин һыймай инемме ни?” – тип йыш һораным осрашҡан һайын унан (әсәй тип әйткем дә килмәй, сит кешегә уның исеме менән һөйләйем). Тәүҙәрәк каникулдарға барып алғанында уфтана ла ҡуя торғайны. Аҙаҡ, үҫә төшкәс, аңлатырға булды: ”Биш йәшеңдән балалар йортона биргәс, һин атайыңды йүнләп белмәйһең. Уның һымаҡ алйот кеше бүтән юҡтыр ул донъяла. Бигерәк тә әҙерәк эсеп алһа... Иҫергәнсе эсеп йығылһа, бәлки, тынысыраҡ булыр ине, юҡ, ул гел ҡыҙмаса ғына йөрөй торғайны. Өйҙә көн дә янъял, йыш ҡына ҡулына йә бысаҡ, йә балта тотоп баҫтырҙы. Бигерәк тә һуңғы йылдары ныҡ аҙҙы. Көн дә балаларым менән йәшенеп һарай тирәһендә йә күршеләрҙә йөрөнөк. Уларҙың йүнле бала сағы булманы инде. Ниңә китмәнемме? Ҡайҙа китһәң дә табасаҡмын тип ҡабатлағас, ҡурҡҡанмындыр инде йәшлегем менән. Яҡлашырҙай кешеләрем дә юҡ ине шул. Атайым һуғыштан әйләнеп ҡайтманы, әсәйем үҙ ауылында бәләкәй генә өйҙә йәшәп ята, ул да кейәүенә һүҙ ҡушырға ла ҡурҡа ине мәрхүмкәй. Һин быларҙы иҫләмәйһеңдер, апайың-ағайыңдарҙың, бергә ҡасып йөрөй торғас, йөрәктәре бөттө инде бахырҙарҙың. Исмаһам, бер балам тыныста үҫһен, бәлки, хөкүмәт аҙаҡ уҡытып та алыр тип һине шулай бирергә булдым. Эйе, ни тиклем ҡурҡһам да, бер көн килеп ҡасырға йөрьәт иттем мин тиран ирҙән. Изге кешеләр ярҙамы менән. Үҙебеҙ менән берәр төйөнсөк әйбер генә алдыҡ та район үҙәгенә тиклем күрше ағай килтереп ҡуйҙы. Ҡалғанын үҙең дә беләһең. Каникулдарыңда һине алып ҡайта торғайныҡ”.
Әсәйемдең был тарихын яттан беләм хәҙер, тик һаман аңлай алмайым: тиран иренән ҡасҡан, бүтән балаларын ни күрһә лә бергә алып йөрөгән, ниңә мине ҡайтарып алмаған һуң? Бәхетле итәм тип, киреһенсә, ғүмерлеккә йөрәк яралы итте ул мине. Хәҙер үҙем байтаҡ йәштәмен, әсәйем һикһәндән өҫтә, тик һаман үпкәмде әйтмәй ҡалмайым, уның менән осрашыу гел әрләшеү менән тамамлана. Әйҙә, хәҙер үҙеңде яратҡан балаларың ҡараһын, ә минән изгелек көтмә, тим уға. Балалар йорто миндәге бөтә изге хистәрҙе бөтөргән, күрәһең, күңелдә тик асыу, нәфрәт, үпкә, үҙемдең яйланмаған тормошом өсөн башҡаларҙы ғәйепләү, кешенең уңышһыҙлығы өсөн үсәү генә... Мин бүтәнсә була алмайым. Шунлыҡтан дуҫтарым юҡ, таныштарым, туғандарым минән ситләшә, урап үтә, хатта ҡурҡалар ҙа. Миңә әҙерәк етешмәй тип уйлаусылар ҙа бар.
Эйе, балалар йортонан һуң училищены яҡшы тамамланым, уҡыу еңел бирелде, тик һөнәрем буйынса эшләргә теләмәнем. Кейәүгә лә сыҡтым, ҡыҙыбыҙ тыуҙы, тик күп тә тормай ирем ялҡаулығым, бәғерһеҙлегем, ғауғасыл булыуым һәм тағы күп кире һыҙаттарыма түҙмәй ташлап китте. Бер ҙә ҡыҙын үҙе менән алып китмәне, уны әсәйем ҡарап үҫтерҙе. Шул кәрәк һиңә, мине көтмәгән өсөн Хоҙай яза бирҙе тип үсәнем. Ҡыҙым хәҙер үҙе әсәй инде, ярай, уларҙың тормоштары яйлы. Мине йәлләп, өйөмдө таҙалап, ашарыма килтереп китә, үҙем бер ваҡытта ла ашарға бешерергә өйрәнә алманым.
Зарлы тормошом тураһында һөйләһәң күп инде, минең хәлде, кисерештәрҙе барыбер берәү ҙә аңламаясаҡ. Ғүмерем буйы һинән көнләштем, атайың-әсәйең иркәләтеп кенә, ни теләһәң шуны үтәп торҙо, гел һинең урында үҙемде күҙ алдына килтереп хыяллана торғайным. Йә, һин үлеп, мине улар тәрбиәгә алһа ине тип тә уйлай инем. Үпкәләмә, үҙемдең холҡом үҙемә яу икәнен аңлаһам да, бүтәнсә булдыра алмайым һәм береһенән дә ғәфү үтенергә теләмәйем”.
(Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото: tabloidxo.com
Читайте нас: