Был йыл бик ауыр булды. Нисек уҙемдә көс табып, кире сәхнәгә сығырға икән тигән уй менән бер йыл йөрөнөм. Ысынлап та, бик ауыр булды, хатта иң яҡын кешеләрем дә миңә ҡул һелтәне. "Һинән булмай, һине халыҡ онотто, бер кемгә лә кәрәкмәйһең", — тип йөҙгә ҡарап әйткән саҡтарында үҙемде ҡулға алып, мин булдырасаҡмын тигән уйҙа яңынан эшләй башланым. Уңыш-ҡаҙаныштарым менән ҡәнәғәтмен. Бер йылда - өс премия", — тип яҙа Гөлназ Асаева.