Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Декабрь 2019, 14:15

Өфөләге эре янғынды 75 кеше һәм бер поезд ярҙамында һүндерәләр

Ярай бер кем дә үлмәгән һәм ҡазаланмаған тиҙәр. Ғәҙәттән тыш хәл кисә, 22 декабрҙә, иртә таңдан Инициатив урамында ҡупҡан.

Ҡотҡарыусылар «Нефтехим тәжрибә заводы» акционер йәмғиәтенең кирбестән төҙөлгән өс ҡатлы бинаһы яна тип хәбәр алған. Алдан билдәле булыуынса унда еңел тоҡана торған шыйыҡсаға ут ҡапҡан. Янғын сәнәғәт зонаһында сыҡҡан, яҡын-тирәлә йорттар юҡ. Тәүҙә уттың башҡа биналарға күсеү хәүефе булды, бинала 250 литрлыҡ мискәләр яна, уларҙан аҡҡан шыйыҡса уттыһүндерергә ҡамасаулай

Янғынға ҡаршы көрәшкә 75 кеше личный состав, 21 берәмек техника, бер янғын һүндереү поезы йәлеп ителгән. БР Роспотребнадзорының лабораторияһы атмосфера һауаһын бысратыусы матдәләр барлығын тикшерә.

Ваҡиға урынынаРФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов килгән. Дознавателдәр, белгестәр эшләй.

Мәғлүмәтте тулыландырырбыҙ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-l-ge-ere-yan-indi-75-keshe--m-ber-poezd-yar-aminda--nderg-nd-r-49354/
Читайте нас: