Тикшереү барышында апрель айында Шишмә ҡасабаһында ҡырҡ йәшлек ҡатындың тиҙ йөрөшлө машинала баланы бәрҙергәне асыҡланды. Водитель юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоп, йәйәүлеләр өсөн сығыу урынында туҡтап тормай, һөҙөмтәлә ҡыҙҙы төкөтә.
Бала ныҡ имгәнеп, дауаханаға оҙатыла. Баш һөйәгенә ҙур зыян килә. Урындағы дауаханала ай буйы дауалана, бер аҙна реанимация бүлегендә ята. Ҡатын ғәйебен танымаҫҡа тырыша, йәнәһе, бала кинәт йүгереп сыға, машинаны туҡтатырлыҡ техник мөмкинлек ҡалмай. Әммә ваҡиғаның шаһиттарындағы видеорегистратор яҙмаһы уның һүҙҙәрен инҡар итә. Экспертиза яһала. Водитель, юл-транспорт ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүҙә йәйәүлеләрҙе үткәрергә тейеш була. Илебеҙҙә ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты ла тап ошо хәлдәрҙе яйға һалыуға, фажиғәләрҙе булдырмауға йүнәлтелгән бит.
Ваҡиғаны ситтән күҙәткән ирҙең һөйләүе буйынса, телефондан һөйләшеп килгән водитель боролошта тораҡҡа боролорға уйлай, тик ҡыҙҙы шәйләмәй, бамперы менән баланың башына бәрҙерә, өҫтәүенә тапата. Салондан һикереп сығып, ҡанға батҡан баланы әсәһе ҡулынан тартып алып, “тейергә ярамай” тигәнде ишетмәй, автомобилдең алдағы урынына һала ла ҡайҙалыр олаға. Аҙаҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән килгәс, шаһиттарҙың һүҙен иҫәпкә алмайҙар, киреһенсә, хәлде йоморға тырышалар. Эште оҙаҡламай суд ҡараясаҡ.