Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Декабрь 2019, 11:00

Үҫеш нөктәһе – ныҡлы үҫешә

Башҡортостанда “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Республикабыҙ етәкселегенең маҡсаты – ҡыҙ һәм малайҙарҙы төрлө яҡлап үҫтереү. Тап ошо проект нигеҙендә, уҡыу йорттарына заманса белем һәм тәрбиә биреү алымдары бик әүҙем индерелә башланы. Миҫал өсөн Шаран районының Шаран ауылы 1-се урта мәктәбен генә алып ҡарайыҡ.

Үҫеш тигәндән, белһәгеҙ икән белем биреү учреждениеһында “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең ни тиклем яҡшы ойошторолғанын! Шаран районы мәғариф бүлеге начальнигы Марат Әхмәҙуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙа “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең эше яҡшы көйләнгән, балаларға өҫтәмә белем биреү – уҡытыусыларҙың мөҡәддәс бурысы. Үҙәк өсөн ике кабинетты йыһазландырғандар, “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенә етәксе итеп информатика уҡытыусыһы Олег Андрияновты тәғәйенләгәндәр.
Автор фотоһы.
Читайте нас: