Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Декабрь 2019, 20:15

Бәлә аяҡ аҫтында

Республикала ағас баҫып һәләк булыу осраҡтары йышая башланы. Был хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпле сығамы икән?

Сираттағы ошондай осраҡ Ишембайҙа теркәлде. Райондың Ново-Ивановка ауылы янындағы урманда була ул.
59 йәшлек ир ауыр ағасты уңышһыҙ ҡырҡа, күрәһең. Ул үҙенең өҫтөнә килеп төшә һәм ергә ҡуша баҫа. Ваҡиға ваҡытында уның янында кешеләр булһа ла, иргә ярҙам итә алмайҙар. Ул урында йән бирә.
Һәр бер ғәмәл һаҡлыҡ талап итә. Айырыуса ауыр һәм хәүефле эш башҡарғанда. Һаҡ булайыҡ!
Фото: zelenograd24.ru
Автор: Альфия Мингалиева

Читайте нас: