Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Декабрь 2019, 22:50

Ағыуланған баланы “йыуаттылар”

Онотмағанһығыҙҙыр әле, йыл башында Стәрлетамаҡ мәктәбе уҡыусыһы биология буйынса республика олимпиадаһына барып ағыуланғас, дауаханала байтаҡ ятты. Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, улар "Роспотребнадзор"ҙың дәғүә талаптарын яҡлап сыҡҡан.

Быйыл ғинуар айында олимпиада үткәреү барышында балалар күпләп аҙыҡтан ағыуланды. Дауаханаға 15 уҡыусы һәм бер педагог оҙатылды. Балаларҙы туҡландырыу өсөн “Ассорти” фирмаһы яуаплы булған. Прокуратурала әйтеүҙәренсә, аҙыҡ-түлек сифаты регламент талаптарына яуап бирмәгән, уларҙы һаҡлау ҡағиҙәләре лә тупаҫ боҙолған. Ҡала суды бәләгә тарыған ҡыҙ балаға әхлаҡи зыянды ҡаплатыу өсөн 25 мең һум аҡса түләргә мәжбүр иткән.
Туҡланыу өлкәһендә һаман тәртип булмауы ҙур хәүеф тыуҙыра. Беҙ барыбыҙ ҙа – ҡулланыусы, ашханалар, кафелар эшмәкәрлегенә талаптар айырыуса ҡәтғи булырға тейеш, сөнки ул туранан-тура сәләмәтлек менән бәйле. "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында тап ошо етди мәсьәләләрҙе хәл итеү, юғары технологиялар индереүҙән тыш, сирҙәрҙе булдырмау йүнәлешенә лә ҙур иғтибар бирелә.
Фото: Gtrk.tv
Автор: Дина Арсланова

Читайте нас: