Бронхиаль астма, тын алыу юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға йылы ҡыштың зарары күп. Мәҫәлән, атмосфера баҫымының түбәнәйеүенә гипотониктар үтә һиҙгер. Уларҙың башы йыш ауырта, һауа етешмәгәндәй тойола. Аллергияға дусар кешеләргә лә еңел түгел, ҡанда лейкоциттар кимәле кәмей, йоғошло сирҙәргә юлығыу ихтималлығы арта. Дымлылыҡ һалҡын тейеүгә килтерә, организмда матдәләр алмашыныуы үҙгәрә, биоритм боҙола. Кеше насар йоҡлай, һөҙөмтәлә невроздар башлана, арыу-талсығыу көсәйә.
Шулай итеп, вегетатив нервы системаһына ҙур зыян килә. Йылы ҡыш килгән осраҡта табиптар менән кәңәшләшеүҙән тартынырға ярамай.